Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Октябрь 2020, 20:05

Һаулыҡ һағындағы аҡ фәрештәләр!

Беҙҙең ауыл халҡы уларҙы шулай атап йөрөтә.

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай
Аҡ халатлы фәрештәләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре... Был һүҙҙә күпме мәғәнә ята? Яғымлы ҡараш, эскерһеҙ, һәр ваҡыт ярҙамға ашҡыныусы саф күңел... Күпме кешенең сәләмәтлеге, ғүмере нәҡ уларҙың квалификациялы хеҙмәтенә бәйләнгән! Бихисап ауырыуҙарҙа яңынан йәшәү дәрте уятыусы ла, күпме ғаиләгә бәхет килтереүсе лә, матур киләсәккә өмөт осҡондары биреүсе лә илаһи заттар бит улар!

Мең төрлө сиргә ҡаршы аныҡ дауа тапҡан, кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алған шәфҡәт туташтарын беҙ яратып: “Аҡ фәрештәләр!” – тип йөрөтәбеҙ. Тик был ике һүҙ артында күпме тынғыһыҙ, борсоулы, йоҡоһоҙ төндәр, хәл иткес ҡарарҙар һәм мәлдәр икәнен генә барыбыҙ ҙа аңлап бөтмәйбеҙ, шикелле. Хатта ҡайһы вакыт: “Рәхмәт һеҙгә!” – тип әйтергә лә онотабыҙ… Ә бит медицина хеҙмәткҙәрәренең һөнәре ниндәй ауыр һәм яуаплы! Улар ҡулында – кешенең баһалап бөткөһөҙ байлығы – ғүмере!

Ни генә тиһәк тә бөгөнгө ауыр, һынылышлы заманда ауылыбыҙҙа үҙ дауаханабыҙ булыуы һәр кем өсөн оло шатлыҡ! Дауахана етәксеһе – 39 йыл стажы булған тәжрибәле табип Варис Мулланур улы Шакиров, терапевтар, ҙур тәжрибә туплаған балалар табибы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Шакирова, өс тиҫтәнән ашыу йыл һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлаусы теш табиптары – республика һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙы Ғәбитова менән Марсель Мәхмүт улы Батталовтар хаҡында ауырыуҙарҙан тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Дилә Ғәйфулла ҡыҙы Ирназарова 39 йыл инде ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың сәләмәтлеге һағында тора.

Өлкән шәфҡәт туташы – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова тураһында ла тик йылы һүҙҙәр генә яҙырға мөмкин. Ул 1989 йылда районда үткәрелгән конкурста “Иң яҡшы акушер”, 1991 йылда – “Иң яҡшы фельдшер” исемдәренә эйә булды.

Байрас Дияр улы Барлыбаев 24 йыл инде теш технигы булараҡ тырышып эшләй. Системалар ҡуйыусы палата шәфҡәт туташы Әлифә Ильяс ҡыҙы Нурасова, процедуралар кабинетының шәфҡәт туташы Вәлимә Морат ҡыҙы Ырыҫкилдина, теш кабинетының шәфҡәт туташы Фәниә Фәрит ҡыҙы Дәүләтбаевалар ҙа Иҫке Сибай ауыл дауалау амбулаторияһында утыҙар йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә.

Беҙҙең амбулатория пациенттары шәфҡәт туташтары Зәлиә Мансур ҡыҙы Шаһимарҙанова, Нурзилә Шәрифйән ҡыҙы Ишмырҙина, Венера Әмир ҡыҙы Рахманғолова, Зилә Айсыуаҡ ҡыҙы Таҡтаева, лаборант Көнһылыу Миңлеғәле ҡыҙы Билгебаева, санитаркалар Сулпан Миңлебай ҡыҙы Ғәлиәхмәтова, Алһыу Зыя ҡыҙы Кәримоваларҙы ла бары яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уларҙың ауырыуҙарға кеселекле, ирәбе мөғәмәләһе, ярҙамға килергә әҙер тороуҙары, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүҙәре һәм итәғәтле булыуҙары өсөн ҡыуана ауырыуҙар.
Мотал Рәмов.
Фото М.Һунаршина.https://vk.com/album-88112602_275420848
Читайте нас: