Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Октябрь 2020, 23:45

Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләрендә үк үҙеңә ярҙам итеү саралары

Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ҡул аҫтында булғандары менән, дауалана башлағыҙ. Нисек? Был хаҡта беҙҙең сайтта.

Һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләре менән һуғанды бер нисә киҫәктәргә турап, танау менән еҫен һуларға, процедураны көнөнә 3-4 тапҡыр ҡабатларға.

Лимонды тышы менән ваҡларға һәм үҫемлек майы өҫтәргә. Ошо массаны танау тишектәренә көнөнә бер нисә тапҡыр һөртөргә. Аш алдынан һәм аштан һуң теш ҡаҙнаһына, төнгөлеккә ҡолаҡ ҡабырсаҡтарына һөртөргә мөмкин.

1,5 литр ҡайнаған һыуға 1 аш ҡалағы эре тоҙ, 1 лимон һуты,1 г. аскорбин кислотаһы өҫтәп болғатырға һәм 1,5 сәғәт эсендә эсеп бөтөрергә.

1 лимонды 1 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торорға, һуңынан тышы менән бергә ит тартҡыс аша үткәрергә. 100 г аҡ май менән 1-2 аш ҡалағы бал ҡушырға. Ошо массаны 2-3 сәғәт һайын 1 аш ҡалағы ашарға. Ғәҙәти май һымаҡ һаҡлағыҙ һәм ҡулланығыҙ.

4 аш ҡалағы киптерелгән ҡурай еләгенең емештәренә 500 мл ҡайнар һыу өҫтәп 20 минут торорға. Төнгөлөккә 2 стакан эсергә.

Үҙенеңде вирустарҙан һәм һалҡын алыуҙан һаклар өсөн, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, көн һайын тештәрҙе ышҡырға кәрәк.
Читайте нас: