Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Октябрь 2020, 18:15

Иҫке Сибайҙарҙың "Ашығыс ярҙамы"

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай#Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Иҫке Сибайҙың“Тиҙ ярҙам” хеҙмәте тураһында ла әйтмәй китһәк, хилаф булыр һымаҡ. Унда эшләгән фельдшерҙар айырым маҡтауға лайыҡ! Көн тимәй, төн тимәй, буран-ямғырға ҡарамай, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында улар ярҙамға ашыға. Фельдшерҙар Илһам Юнысов, Мәҙинә Байрамгулова, Илгиз Әмиров, Лилиә Бадамшина, шоферҙар Илгиз Сибаев,Нәҙир Йортбәков,Ирек Ишмөхәмәтов, Данис Дауытбаев. Дарыу-уколдар менән генә түгел, йылы һүҙҙәре менән дә ауыр хәлдә ҡалған ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтергә тырыша. Быйыл “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә эшләүсе фельдшерҙар һәм шоферҙар өр-яңы махсус машина алып ҡыуанды. Ҡыуанысығыҙ оҙаҡҡа булһын!
Күп ауылдарҙа дауаханалар, дауалау амбулаториялары ябылған, юҡ ҡына йомош артынан да ауырыуҙар район дауаханаһына йөрөргә мәжбүр булған бер мәлдә ауылыбыҙ дауаханаһының гөрләп эшләп тороуы йәшәүгә көс һәм дәрт бирә, киләсәккә өмөт уята! Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡ йылдарға етһен, медиктарыбыҙға Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, тип теләйбеҙ!
Мотал Рәмов.
фото М.Һунаршина.
Читайте нас: