Һуңғы осор коронавирус инфекцияһының ҡапыл арта башлауы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙғайныҡ. Һаҡланыу сараларын күҙәтмәү, ауырыу килеш эшкә, магазиндарға йөрөү, табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итмәү хәлде тағы ла көсөргәнешләндерә бара. Редакцияға мөрәжәғәт иткән ханым да “халыҡ уйланһын ине” тигән маҡсат ҡуйҙы. Яҡын туғанын юғалтыу уны ауыр хис-тойғоларға килтергән. Уның һорауы буйынса был кисерештәрҙе һеҙгә ҡыҫҡартмай һәм үҙгәртмәй еткерәбеҙ.
Ауырыуға ышаныу өсөн тағы күпме үлем кәрәк?
“Һаҡмар” гәзитендә йәйгеһен коронавирус менән ауырыған кешенең район-халҡына мөрәжәғәте, хатта оран һалыуы тип әйтергә була, баҫылғайны. Ул ир ошо ауырыуға ышанмай көлөп йөрөүе, унан балыҡҡа барғанда өшөп, шунан һуң түшәккә йығылыуы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына эләгеп, көскә аяҡҡа баҫыуы тураһында бәйән иткәйне. Уның ҡатыны яғынан да, үҙенең туғандары ла, ата-әсәләре – барыһы ла коронавирустан дауаланып дауаханала ятып сыға. Был ирҙең: “Ҡатыныма ла, ҡыҙыма ла Яңы йылға тиклем бер ҡайҙа йөрөмәйбеҙ һәм бар ҡунаҡтарҙан баш тартабыҙ”,-тигән һүҙҙәре йөрәкте семетеп алғайны ла, әммә барыбер мейегә барып етмәгән икән шул...
Уйламағанда, ҡапыл ғына кесе туғаныбыҙҙы юғалтҡас, был ирҙең гәзит аша һалған ораны һүҙмә-һүҙ йөрәгемә яңынан килеп бәрелде. Иҫкәртте бит! Әйтте, өйрәтте, үҙ башынан кисергәнен еткерҙе, ә беҙ тыңламаныҡ. Туғаныбыҙ алдан сөскөрөп-йүткереп тә йөрөмәне. Телефондан һөйләшкәндә: “Апай, һуңғы ике көн хәлем бөтөп тора. Һинең бесәнеңде был аҙнала ырғыта алмаҫмын инде. Был аҙнала ауылға ҡайтырға ине”,-тине.
Туғанымдың ғәҙәттәгесә: “Ҡайтып килергә ине”,-тип түгел, ә “ҡайтырға ине” тиеүенән дә һиҫкәнеп китмәгәнмен бит. Йөрәкте һыҙлата шул һүҙҙәре хәҙер. Эйе, ҡустым шул уҡ аҙнала ҡайтты ауылыбыҙға, тик атай йортона түгел, ә мәңгелеккә – зыяратҡа...
Килен дә илай хәҙер. “Ниңә генә шунда уҡ дауаханаға алып барманым икән?! Уның “үтә ул” тигәнен тыңлап тик йөрөнөм. Йүткерә башлағас, андыҙ эсергән булдым. Унан өйҙә ҡасандандыр ятҡан йүткерек дарыуҙарын йотто. Ишек алдына сығып, һаман ниҙер эшләп маташты. Әммә ситтән ҡарағанда ла һәр хәрәкәт уға көскә бирелеүе күренеп тора ине. Ашауының да рәте китте. Көсләп ашарға маташты”,-ти.
Дауаханаға килтергәндә ҡустымдың хәле бөтөнләй юҡ ине. Мотлаҡ компьютер томографияһын үтергә кәрәк. Уныһында сират! Ауырыуҙар бик күп. Медицина хеҙмәткәрҙәренең дә арығаны, йонсоғаны һиҙелеп тора. 4-5 сәғәт сиратта тороп, көскә күренә алды туғаным. Госпиталгә һалдылар. Тик үтә һуң булған икән шул барыһы ла, үтә һуң. Һуңғы юлына ҡәҙерләп-тәрбиәләп тә оҙата алманыҡ. Стәрлетамаҡҡа моргка ебәрелеп, унан ниндәйҙер ҡара туҡымаға көпләп төрөп ҡайтарҙылар. Өйөнә лә индермәй, ишек алдынан ауылдағы зыяратҡа алып киттек Килен дә, балалары ла ауырыны коронавирус менән. Уларҙың хәле мөшкөлләнмәне, өйҙә дауаланып үткәреп ебәрҙеләр. Тик ирен, атайҙарын юғалтыу ҡайғыһынан һеңгәҙәп, юғалып ҡалдылар.
Хәҙер магазинға сыҡҡанда мотлаҡ битлек, бирсәткә кейәм, кешеләргә бөтөнләй йөрөмәйем. Шулай бер танышым осрап: “Юҡ бит коронавирус! Уйлап табылған нәмә! Кеше нимәнән үлһә лә – ковид тей ҙә ҡуялар”,-тип хәбәр һата башлағайны, күҙ йәштәремде тыя алмай киттем дә барҙым. Яҙҙан алып бер туғанымдан тыш, алыҫ туғандарымды ла, таныштарымды ла юғалттым. Беҙ ысынында коронавирустан күпме кеше үлеүен белмәйбеҙҙер, тип уйлайым. Сөнки барыһына ла был диагнозды ҡуйып өлгөрә алмайҙар. Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, санитаркаларҙы бик йәлләйем. Улар ошо үлемесле ауырыу араһында көн һайын йөрөй, ғаиләләренә йоҡтороп ҡуйырбыҙ тип ҡурҡалар. Ә бит ул коронавирусты нисек дауаларға икәнен һаман аңлап бөтмәйҙәр.
Яңылыҡтарҙы ҡараһаң: “Рәсәйҙә халыҡ коронавирус менән яҙғы осорға ҡарағанда ҡырҡа күберәк ауырый”,-тип һөйләйҙәр. Әлбиттә, ауырыйҙар, сөнки һаҡланыу саралары бөтөнләй күрелмәй! Вирусологтар башта уҡ: “Балаларҙа ковид һиҙелмәй үтә йәки улар еңелсә генә ауырый, әммә шул уҡ ваҡытта өлкәндәргә йоҡторалар”,-тигәйне. Шуға ҡарамаҫтан мәктәптәр, уҡыу йорттары асылды. Халыҡтың күпләп ауырый башлауын мин ошонан да күрәм. Балалары үҙҙәре лә һиҙмәҫтән коронавирус менән ауырып, уны ата-әсәләргә, уҡытыусыларға һ.б. тарата. “Температуралары үлсәнә”,-тиерһегеҙ, әммә балаларҙың, йәштәрҙең ковид менән бер ниндәй билдәһеҙ (температураһыҙ, йүткереү-сөскөрөүһеҙ ауырыуы билдәле).
Температура үлсәүгә килгәндә, хәҙер күп ойошмала электрон термометр менән температураңды тикшерәләр. Һеҙ уның күрһәткестәренә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ул приборҙар – 34 градусты күрһәтә! Әҙәм балаһының тән температураһы шулай була аламы? Өҫтәүенә, һәр кешенеке шул 34 градустан артыҡты күрһәтмәй. Был термометрҙың күрһәткестәренә нисек ышанаһың шунан? Тимәк, температураһы юғары булған кешеләр ҙә һау-сәләмәттәр араһында ауырыу таратып йөрөй инде. Етмәһә, кешеләр хәҙер ғәләмәт итеп туй, юбилей, күмәк кеше йыйып, аяттар уҡыта. Һөҙөмтәлә, шундай йыйындарҙан һуң бер нисә кешенең ковид менән ауырып киткәне ишетелә. Һеҙ уны барыбер халыҡтан йәшерә алмайһығыҙ бит.
Ҡапыл ғына атайһыҙ ҡалған ҡустымдың балаларына ҡарайым да: “Ошо ҡайғыны булдырмаҫҡа мөмкин ине бит! Вайымһыҙлыҡ, ваҡытында дауаланмау мәңге уңалмаҫ ҡайғыға алып килде беҙҙең ғаиләне”,-тип илайым. Тик һуң шул, күҙ йәшәтәре туғанымды теге донъянан ҡайтармаҫ.
Ауырыуға ышанып, унан һаҡланыу саралары күрә башлау өсөн беҙгә тағы күпме үлем кәрәк, кешеләр?!
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.