Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Октябрь 2020, 01:23

Мин нисек "ковид"тан үлмәй ҡалдым?

Яман зәхмәттән һауығып сыҡҡан бер ҡатын нисек теге донъянан саҡ тороп ҡалыуы хаҡында бәйән итә. "Хәҙер балаларымды ҡосаҡлап, илап ултырам", - ти ул. Йыбанмай ғына уҡып сығығыҙ әле. Бәлки, хәҙер ышанырһығыҙ.

Ҡырҡ йәште уҙып уткән ҡатын мин, ғәиләм дә бар, Аллаға шөкөр, балларым имен һау. Шулай итеп бер температура күтәрелеп төшмәй, тыным хөртәйгәндән хөртәйә барғас, больницаға приёмға юлландым , бер аҙ ваҡыт үткәс мине палатаға һалып ҡуйҙылар, диагноз әйтәһе лә түгел - ковид - 19( короновирус). Ысынында әйткәндә бик ҡурҡтым, шулай булһа ла мине дауалай башланылар. Күҙҙән йәштәр аға, һәр булған эш-фәкир, туғандарымды , ғәләмде уйлап. Әсәйем дә куптән мәрхүмә инде, бер апайым бар, серләшеп торған. Врачтар инеп әрләп , әрләп сығалар.
- ҡыҙҙар үҙегеҙ көсләп тын алығыҙ, һәр көс еткәнсе тиеп. Шуны әйттеләр аппаратҡа тоташтырһалар ( ивл) күп ҡалмай йәшәргә тейҙәр инде. Без инде булған көстө алып, ҡыйын булһа ла, ауыртһа ла уҙебеҙ тын алып яттыҡ. Шулай итеп бер төнөн йоҡлап киттем, бер заман палатаға әсәй килеп ҡысҡырып ебәрмәһенме.
- Һиииииин нимә ҡарап ятаң, йүнһеҙ ҡыҙ бында , тооооор сәсеңде киптер тей миңә. Әйтеүемсә, әсәйем бик уҫал кеше булды. Мин нисек ырғып килеп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, сәсем лыс һыу шабырлап ағып тора, илайым аңламайым, таҫтамал алып сәсемде киптерергә керештем, булған көсөмдө йыйнап тын һулап , йәшәргә тырышып апайыма шылтыратып шул хәлде һөйләнем. Миңә апай:
- Әсәй һиңә бушҡа килмәгән инде һеңлем , йоҡлама тигән бит, - тип таңға хәтлем мине йоҡлатмай телефонда хәбәрҙәрен һөйләп ултырҙы. Иң ҡурҡынысы - әргәмдә бер ҡара үтә күренмәле плащ тиһәң плащ түгел, русса әйткәндә силуэт торҙо, таңға ҡарай юҡҡа сыҡты. Донъя яҡтырғас, медсестраларҙан һораным: - бөгөн берәйһе үлдеме әллә? - Әйе үлде тине. Уйлағанда шул бер көс минең үлгәнде көтөп торғандыр инде. Әсәйем теге донъянан мин ҡотҡарып ҡалған. Ээээй әсәкәйем, илайым . Хәҙер инде һауыҡтым, Аллаға шөкөр, берәүгә лә теләмәйем ундый ҡурҡыныс ауырыу менән ятырға. Бик ҡурҡыныс хәл әйткәндә , мин ышанмаған инем. Һәм дә теге донъяғала ышанмай инем , хәҙер инде күҙҙәрем асылған шиккеле йөрөйөм. Ысын булған хәл ошо йыл, бына ошо октябрь айында һауығып өйҙә балларымды ҡосаҡлап ултырам. Рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: