Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Октябрь 2020, 17:20

Баймаҡ районы хакимиәте башлығының район-ҡала халҡына мөрәжәғәте

Яҙҙың тәүге айынан һөжүм итә башлаған коронавирус ауырыуы сигенергә уйламай. Шул мәлдән был ауырыу район-ҡала буйынса 68 кешелә лаборатор ысул менән раҫланды. Бынан тыш кешеләрҙе аяҡтан йыҡҡан пневмония, киҫкен бронхит сирҙәре ҡырҡа арта бара. Сентябрҙә генә беҙҙең дауаханала COVID-19 вирусының 20 яңы осрағы теркәлде. Ныҡ ауыр хәлдә булып, ИВЛ аппаратына тоташтырғандар ҙа бар...

Хөрмәтле баймаҡтар! Ҡәҙерле район-ҡала ҡунаҡтары, яҡташтар!

Яҙҙың тәүге айынан һөжүм итә башлаған коронавирус ауырыуы сигенергә уйламай. Шул мәлдән был ауырыу район-ҡала буйынса 68 кешелә лаборатор ысул менән раҫланды. Бынан тыш кешеләрҙе аяҡтан йыҡҡан пневмония, киҫкен бронхит сирҙәре ҡырҡа арта бара. Сентябрҙә генә беҙҙең дауаханала COVID-19 вирусының 20 яңы осрағы теркәлде. Ныҡ ауыр хәлдә булып, ИВЛ аппаратына тоташтырғандар ҙа бар.

Әлбиттә, яҙҙан алып битлек кейеп, бар һаҡланыу саралары күҙәтеүҙән күптәр ялҡты. Аңлайым. Әммә был ҡурҡыныс вирустан үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлауҙың берҙән-бер юлы. Һуңғы осор сауҙа нөктәләрендә кешеләрҙең битлекһеҙ йөрөүөн күҙәтергә тура килә. Хатта ҡайһы бер һатыусылар ҙа һаҡланыу сараларын үтәмәй башланы. Был бик хәүефле! Сөнки һөҙөмтәлә коронавирус инфекцияһы таралғандан-тарала бара. Әлеге ваҡытта был вирус менән ауылдарҙа ла ауырыйҙар.

Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыуҙың тейешле сараһын күрмәгән сауҙа нөктәләре, ойошма-предприятие етәкселәренә ҡарата ҡаты саралар күреләсәк.

Хөрмәтле баймаҡтар! Ауырыу сигенгәнсе күп кеше йыйылған урында йөрөмәҫкә (50-нән артыҡ йыйылырға кәңәш ителмәй), ҙур байрам, табындар ойоштормаҫҡа кәңәш итер инем. Температураһы күтәрелгән, киҙеүҙең башҡа билдәләре булғандарға халыҡ араһына бөтөнләй сыҡмаҫҡа кәрәк. Вирусты еңел үткәреп, өйҙә дауаланғандар башҡалар менән бөтөнләй аралашырға тейеш түгел!

Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ, яҡындарыбыҙҙың ғүмере беҙҙең коронавирустан һаҡланыу сараларын теүәл үтәүгә бәйле. Шуға күрә барыбыҙ ҙа шул ябай ҡағиҙәләрҙе күҙәтәйек. Айырыуса ауырыуға тиҙ бирешкән ололар хәстәрләүгә һәм яҡлауға мохтаж. Һәр ғаиләгә, һәр йортҡа коронавирус афәтен именлектә үткәрергә яҙһын!

Фәнис Әминев, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: