Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Октябрь 2020, 18:10

АУЫРЫУ КӨСӘЙӘ БАРА

Яҙҙан алып 68 кешелә COVID-19 вирусы лаборатор ысул менән раҫланған. Шуныһы уйландыра, был ауырыуҙарҙың 20 осрағы (!) сентябрь айында. Сирҙең ҡырҡа артыуын аңлар өсөн математик булырға кәрәкмәйҙер...

Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең коронавирус буйынса штабының сираттағы ултырышы үтте. Уның эшен район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләне.

Фәнис Ғәбдрәшит улы район-ҡалала коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең көсөргәнешле ҡалыуын һәм кешеләрҙе был ауырыуҙан һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк икәнлеген белдерҙе.

Үҙәк район дауаханаһы баш табип урынбаҫары Илдар Бәхтийәров һуңғы ике аҙна эсендә стационарға һалынған һәм амбулатор дауаланыусыларҙың ҡырҡа артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҙҙан алып 68 кешелә COVID-19 вирусы лаборатор ысул менән раҫланған. Шуныһы уйландыра, был ауырыуҙарҙың 20 осрағы (!) сентябрь айында. Сирҙең ҡырҡа артыуын аңлар өсөн математик булырға кәрәкмәйҙер. Бынан тыш, хәҙерге ваҡытта госпиталдә 25 кеше ята. Шуларҙың береһе – үтә ауыр хәлдә. Провизор госпиталендә иһә 24 кеше дауалана. Температураһы юғары, киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың бар билдәһе булған был кешеләрҙән дә коронавирусҡа анализ алына. Ауырыуҙарҙың күпселеген 50 йәштән 70 йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә. Илдар Сабир улы ҡырҡа тарала башлаған коронавирусҡа ҡаршы ныҡлы саралар күрергә кәрәк икәнлеген әйтеп үтте.

Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин мәктәптәр, балалар баҡсаларында вирусҡа ҡаршы бар саралар күрелеүен белдерҙе. Балалар араһында киҫкен респиратор сирҙәре менән ауырығандар бар (3,1%). 20 уҡытыусы дауаланыу үтә. Вирус таралмаһын өсөн мәғариф учреждениеларында ике мәртәбә тән температураһы үлсәнә, бар дезинфекция саралары үткәрелә.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев әйтеүенсә, ойошма-предприятиеларҙа коронавирустан һаҡланыу кимәлен тикшереү дауам итә. Бынан тыш парк, юл, тротуарҙарға махсус дезинфекция сараларын һиптереү ҙә ойошторола.

Ултырыштың эшенә йомғаҡ яһап, Ф.Ғ. Әминев коронавирустан һаҡланыу эшен көсәйтергә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға, айырыуса сауҙа үҙәктәрен ҡәтғи контролгә алырға, рейдтар үткәрергә бойорҙо.

Гүзәл Салихова.

Читайте нас: