Һаҡмар
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентябрь 2020, 12:09

Тәбиғи биш антибиотик

Атибиотик тигәндә күптәр "һикереп тора", уның һаулыҡҡа ниндәй зарар килтереүе тураһында тәфсирләп һөйләй башлай. Борсолмағыҙ, тәбиғәттә лә антибиотик табып була. Был рецептар, бәлки, һеҙгә ярҙам итер...Керән (хрен), мүк еләге (клюква), һарымһаҡ, базилик һәм күк көртмәле (голубика) менән булған рецептарҙы сайттан уҡығыҙ.

Пятерка лучших природных антибиотиков

1. Керән (хрен)
Керән тамырында гәрсис майы һәм энзим бар. Уның тамырын ҡырған саҡта кислород менән бәйләнешкә инеп, был матдәләр ауыҙ, танау, тамаҡ бактериялары менән көрәшеүсе көслө тәбиғи антибиотик барлыҡҡа килтерә.
Трахеит, бронхит, оҙаҡҡа һуҙылған йүтәл ваҡытында: 1 аш ҡалағы ҡырылған керәнде 3 аш ҡалағы бал менән бутап, ултыртып ҡуябыҙ. Әҙер ҡатнашманы көнөнә 5 тапҡыр берәр балғалаҡ ашар кәрәк була. Ул ауыҙҙа үҙе ирергә тейеш.
Цистит, уретрит булғанда: 1 аш ҡалағы ҡырылған керәнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтөн ҡаплап 5 минут ултыртып торор кәрәк. Бындай сәйҙе көнөнә 3-4 стакан эсер кәрәк.

2. Мүк еләге (клюква)
Был еләк көслө антибиотик булыуы менән бер рәттән вирусҡа ҡаршы препарат та булып тора: бәүел ҡыуығын һәм һәм бәүел (һейҙек) сығыу юлдарын зарарлы бактериҙарҙан таҙарта. Мүк еләге - бик шәп антиоксидант та булып тора.
Мүк еләге менән ҡыҙыл көртмәле һыуыҡ тейҙереп ауырығанлыҡты дауалауҙа ярҙам итә. Морс әҙерләү өсөн Мүк еләге һәм ҡыҙыл көртмәлене шәкәр ҡомо менән (3:1) иҙер кәрәк. 2 аш ҡалағы иҙмәне 0,5 литр йылы һыу менән бутайбыҙ. Файҙалы эсемлек әҙер!

3. Һарымһаҡ
Һарымһаҡ зарарлы бактериҙарҙы, эсәк паразиттарын һәм ҡандағы, эске органдарҙың һәм тын юлындағы вирустарҙы ҡыуалап сығарыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ул ҡан баҫымын түбәнәйтә, тромболар үҫешен туҡтата. Һарымһаҡ рак ауырыуҙарына ҡаршы һәм антиоксидант үҙенсәлеге бар.
Йөҙ ауырыуҙан һарымһаҡ ликеры
Үтә күренмәле шешәгә һәр ҡайһыһын 4 өлөшкә бүлеп, 12 теш һарымһаҡ һалыр кәрәк. Уға өс стакан ҡыҙыл шарап ҡойола. Ҡапҡасын ябып, ҡояшлы тәҙрәгә ике аҙнаға ултыртып ҡуйыла. Көн дә уны сайҡатып торор кәрәк булыр. Унан һөҙөп, ҡарараҡ шешәгә бушатыла.
Бер ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсер кәрәк.
Был ликер организмдан тоҙҙо сығара, эшкә һәләтлелекте арттыра, ҡанды таҙарта, иммунитетты арттыра, тамырҙы нығыта. артыҡ майҙарҙы алып ташлай, матдәләр алмашыныуын көсәйтә. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан ярҙам итә.
4. Базилик
Базилик - үҙенең дезинфекция, бактерицидлыҡ үҙенсәлектәре арҡылы организмды бик күп инфекцияларҙан һаҡлай.
Ангина.
4 балғалаҡ ваҡланған япраҡтарын 250 мл ҡайнаған һыуға һалып, 20 минут ҡайнатыла. Һыуынғас, һөҙөп, тамаҡты 2-3 тапҡыр сайҡатырға була.

Конъюнктивит, күҙ ҡабағы елһенеүенән: 2 аш ҡалағы базиликты 500 мл ҡайнар һыуға һалып, төнәтәбеҙ. Күгә сылатҡыс һалырға һәм шулай уҡ, ашар алдынан көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә кәрәк.
Баш ауыртҡанда базилик, шалфей һәм мелиссаны бер миҡдарҙа алып, 1 балғалаҡ ҡатнашманы 200 мл ҡайнар һыуға ҡушып, 20 минут төнәтелә. унан һөҙөп, 1 балғалаҡ бал һалып, әҙ-әҙләп эсергә. 30 минуттан баш ауыртыуы бөтөр. Был төнәтмә шулай уҡ тынысландыра ла.
5. Күк көртмәле (голубика)
Был еләктә тәбиғи аспирин бар. Ауыртыуҙы баҫа. Шулай уҡ күк көртмәле антибиотик та булып тора. бәүел юлындағы бактериҙарҙы үлтерә, ошолай ул инфекция таралыуға юл ҡуймай.