1,5 кг таҙартылған сөгөлдөрҙө 4-5 өлөшкә бүлергә һәм 2 литр һыу ҡойорға. 1 сәғәт тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәргә. Килеп сыҡҡан һутты һыуыҡ урында һаҡларға.
Ашар алдынан көнөнә 3-4 тапҡыр 30-40 мл сөгөлдөр һутын эсергә һәм 1-2 телем сөгөлдөрҙөң үҙен ашарға кәңәш ителә.
Был рецепт түбәндәге осраҡтарҙа ярҙам итәсәк:
- ҡанды таҙарта;
- эсте йомшарта, организмды, айырыуса бауырҙы һәм һейҙек юлдарын таҙарта;
- ямаш шеш барлыҡҡа килтереүсе күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығара;
- енес органдары функцияһын, енси көсһөҙлөктө яҡшырта;
- организмды кислород менән байыта;
- йөрәк-ҡан тамырҙарын һәм тын юлдарының эшмәкәрлеген яҡшырта;
- ҡан баҫымын түбәнәйтә;
- атеросклероз тамырҙарының үҫеүен кәметә, йөрәк ауырыуын, 2-се төркөм диабетты, остеопорозды кәметә;
- организмды йәшәртеүсе көскә эйә – яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереүсе матдәгә бай;
- климакстың һыҙаттарын кәметә;
- ҡан тамырҙарының киңәйеүе һөҙөмтәһендә “һалҡын аяҡ” синдромы юғаласаҡ;
- артерияны нығыта, капиллярҙарҙы һәм һөйәктәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә;
- организм ныҡ арыған саҡта көс менән тулыландыра, хәл өҫтәй;
- һимереүгә юл һуймай.
Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң нитратһыҙ булыуы яҡшыраҡ. Шуның өсөн дә үҙ баҡсаларығыҙҙа үҫкәндәрен һайлағыҙ.
Һеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Һәм ҡулланыр алдынан, мотлаҡ врач менән кәңәшләшеүегеҙҙе һорайбыҙ.