+13 °С
Болотло
Башҡортостан Республикаһына COVID-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы ҡайтарылды. Гамалея исемендәге үҙәк уйлап табылған “Спутник-V” вакцинаһы ике йылға ковидҡа иммунитет булдырыуға һәләтле, тип белдерә ғалимдар.
БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың белдереүенсә, прививка тәү сиратта медицина өлкәһендә эшләүселәргә һалынасаҡ.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә дарыуханаларға коронавирусты дауалау өсөн тәүге препарат - «Арепливир» килтерелә башланы. Уны рецепт буйынса бирәсәктәр. Бер ҡабы - 12320 һум.
Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/search/?clid=2186621&text=rjhjyjdbhec%20rfhnbyf&lr=20673&redircnt=1583477165.1