Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Сентябрь 2020, 10:25

Әбйәлил районының Салауат ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә ваҡытында кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йүнәлтелгән. Шуның менән күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты ла яҡшырасаҡ. Был тәңгәлдә РФ Президенты Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы эшләп килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милии проекты республикала яҡшы тормошҡа ашырыла.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Салауат ауылында милли проект сиктәрендә өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға ҡәҙәр ул Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге хоспис бинаһының бәләкәй генә бер бүлмәһендә урынлашҡан булған. Фельдшер Резеда Ишкилдина ике: Салауат һәм Ҡужан ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Бөгөн уның ҡыуанысы сикһеҙ ҙур.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының маҡсаттары бик күп. Улар иҫәбенә ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу ҙа инә.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.

Читайте нас: