Талҡаҫ күле буйлап марафонда 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондары, Баймаҡ, Сибай, Өфө ҡалаларынан да спортсылар старт һыҙығына баҫты. Почетлы ҡунаҡ – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың да марафонда ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
12 километр арауыҡты йүгереп үтеү һәр кемдең дә көсөнән килмәй, әлбиттә. Ләкин беҙҙең спортсылар өсөн ул ауырлыҡ тыуҙырманы. Әбделкәрим ауылынан 17 йәшлек Ғәҙел Булатов абсолют чемпион булып танылды. 12 километрҙы үтеү өсөн уға ни бары 38 минут талап ителде. Афарин, Ғәҙел!
10 йәшкә тиклемгеләр араһынан ҡыҙҙарҙан Эльмира Хәлитова (Түбә), малайҙарҙан Тимофей Юлбахтин (Ҡуянтау) беренселекте алды. Байыш ауылынан Динислам Минишев финиш һыҙығын – икенсе, Айтуған Байышев өсөнсө булып үтте.
11-17 йәшлектәр араһынан Лилиана Туҡтамышева (Сибай) менән Ғәҙел Булатов (Әбделкәрим) – еңеү яуланы. Динә Шәмсетдинова (Баймаҡ), Илья Аккулин (Сибай) – икенсе, Риана Симинова (Сибай), Урал Яҡупов (Ҡуянтау) өсөнсө урындарҙы алды.
18-34 йәштәгеләр араһынан Дарья Новикова (Сибай), Даниил Новиков (Сибай) – беренсе, Нурия Исламоратова (Иҙрис), Нур Кәримов (Әбйәлил районы), Илһам Кәримов (Әбйәлил районы) – икенсе, Гөлдәриә Салихова (Баймаҡ), Алексей Марущяк (Баймаҡ) өсөнсө урындарҙы яуланы.
35-49 йәшлектәр араһынан Сибай ҡалаһынан Оксана Ғәбитова менән Эльдар Сафин – беренсе, Регина Яхина (Түбә), Илнур Йосопов (Сибай) – икенсе, Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева (Баймаҡ), Ғәлиә Ишкилдина (Сибай), Рәфис Вәлиев (Баймаҡ) өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.
50 йәштән олораҡтар араһынан беренсе урынды Аҡморондан Алһыу Байегетова менән Сибайҙан Дамир Хәсәнов алды. Фәттәх Иҫәндәүләтов (Басай) – икенсе, Зариф Байғусҡаров (Өфө), Мөбәрәк Зйнуллин (Бикеш) өсөнсө урындарҙы яуланы.
“Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында Баймаҡ ҡалаһынан 4 йәшлек Әмилә Мырҙағәлина менән Түбәнән Юлдаш Үлйәбаев билдәләнде. “Иң өлкән ҡатнашыусы” номинацияһында Аҡморондан 62 йәшлек Алһыу Байегетова менән Баймаҡтан 60 йәшлек Хәйҙәр Моталлапов танылды.
Байрам һуңынан районда спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән, шуның менән һәр кемде сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән бер төркөм баймаҡтарға юғары награда тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре һәм йәш быуын араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса юғары һөҙөмтәгә ирешкәне һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Ғәйфулла Фәйзулла улы Саринға БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Баймаҡ лицей-интернат мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Ҡыуандыҡ Роберт улы Абдрахимов, 1-се Төркмән мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Азат Әкрәм улы Әхмәтов, Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Әсхәт Мәжит улы Ҡадыров, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей мәктәбе физик культура уҡытыусыһы Вадим Маннапов БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.