Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Июль 2020, 11:14

Битлекһеҙ һатып алыусы хеҙмәтләндерелмәй!

“Йәйге эҫе көндәр, ял мәле кешеләрҙең уяулығын юғалтты, хәүефһеҙлек саралары тураһында оноттороп ебәрҙе. Хәҙер һатып алыусыларҙың ғына түгел, хатта ҡайһы бер һатыусыларҙың да битлек-бирсәткәһеҙ хеҙмәтләндереүен күҙәтергә мөмкин. Ә бит Республика Башлығы Радий Хәбировтың коронавирустан һаҡланыу саралары тураһындағы Указы үҙ көсөндә. Уға ярашлы, сауҙа нөктәләрендә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа битлектә булырға, дезинфекция саралары үткәрелергә тейеш. Битлек кеймәгән һатып алыусылар хеҙмәтләндерелергә тейеш түгел. Әгәр ул быға ҡаршы төшә икән, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Был йәһәттән БР Эске эштәр министрлығы беҙҙең менән бергә эшләй. Ошо һаҡланыу сараларын күҙәтмәй, ауырыу таралып китеп, сауҙа нөктәләре киренән ябыла башлаһа, был бер кем өсөн дә яҡшы түгел бит. Әлеге ваҡытта республика иҡтисады яйға һалына башланы. Хәҙерге ваҡытта кинотеатр, мунса һ.б. эшмәкәрлеген тергеҙеү мәсьәләһе ҡарала. Әммә һаҡланыу сараларын күҙәтмәй, коронавирус ҡотороп китһә, барыһы ла яңынан ябыласаҡ бит. Һаҡланыу талаптарын үтәмәгән кешеләргә ҡарата иҫкәртеүҙәр эшләгеҙ, протоколдар төҙөгөҙ. Бар эшегеҙҙе фото, видеоға төшөрөп барығыҙ. Беҙ коронавирустың ныҡлап таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ

Коронавирус инфекцияһының сигенмәүе, хатта һуңғы осорҙа көсәйә барыуы күҙәтелә. Өҫтәүенә күпселек һаҡланыу сараларын бөтөнләй инҡар итә башланы. Ошо йәһәттән БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары В.А. Белов район хакимиәте башлыҡтарының иҡтисад буйынса урынбаҫарҙары, сауҙа секторы мөдирҙәре, сауҙа комплекстары етәкселәре менән онлайн режимында кәңәшмә үткәрҙе.
Валерий Александрович:
“Йәйге эҫе көндәр, ял мәле кешеләрҙең уяулығын юғалтты, хәүефһеҙлек саралары тураһында оноттороп ебәрҙе. Хәҙер һатып алыусыларҙың ғына түгел, хатта ҡайһы бер һатыусыларҙың да битлек-бирсәткәһеҙ хеҙмәтләндереүен күҙәтергә мөмкин. Ә бит Республика Башлығы Радий Хәбировтың коронавирустан һаҡланыу саралары тураһындағы Указы үҙ көсөндә. Уға ярашлы, сауҙа нөктәләрендә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа битлектә булырға, дезинфекция саралары үткәрелергә тейеш. Битлек кеймәгән һатып алыусылар хеҙмәтләндерелергә тейеш түгел. Әгәр ул быға ҡаршы төшә икән, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Был йәһәттән БР Эске эштәр министрлығы беҙҙең менән бергә эшләй. Ошо һаҡланыу сараларын күҙәтмәй, ауырыу таралып китеп, сауҙа нөктәләре киренән ябыла башлаһа, был бер кем өсөн дә яҡшы түгел бит. Әлеге ваҡытта республика иҡтисады яйға һалына башланы. Хәҙерге ваҡытта кинотеатр, мунса һ.б. эшмәкәрлеген тергеҙеү мәсьәләһе ҡарала. Әммә һаҡланыу сараларын күҙәтмәй, коронавирус ҡотороп китһә, барыһы ла яңынан ябыласаҡ бит.
Һаҡланыу талаптарын үтәмәгән кешеләргә ҡарата иҫкәртеүҙәр эшләгеҙ, протоколдар төҙөгөҙ. Бар эшегеҙҙе фото, видеоға төшөрөп барығыҙ. Беҙ коронавирустың ныҡлап таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ”, – тип һөйләне.
Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин кәңәшмәгә килгән сауҙа нөктәләре хужаларына бар һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәрәк икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫкәртте.
“Һатыусылар битлек-бирсәткәлә булырға, уларҙың температураһы көн дә үлсәнергә, эш урыны даими дезинфекцияланырға тейеш”, – тине ул.
Район хакимиәтенең сауҙа секторы мөдире Лилиә Кәримова магазиндар буйлап тикшереүҙәр дауам итеүен, коронавирусҡа ҡаршы һаҡланыу сараларын үтәмәгән һатыусыларға, уларҙың хужаларына ҡарата протоколдар төҙөләсәген белдерҙе.
Шулай ҙа һәр кем һаулығын кемдер тикшергәнгә түгел, ә үҙенең һәм яҡындарының хәүефһеҙлеге өсөн хәстәрләргә тейеш икәнлеген онотмайыҡ.
Читайте нас: