Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә 38 градус эҫелек көтөлә!

Һаҡ булығыҙ!

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР МИНИСТРЛЫҒЫ 38 ГРАДУСҠАСА ЭҪЕ БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА ИҪКӘРТӘ
10-11 июлдә Башҡортостандың көньяғында хәүефле күренеш – 38 градусҡа тиклем эҫетеүе фаразлана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә.
Республикала 9 июль киске сәғәт 8-ҙән 10 июль киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын. Һауа температураһы төндә 18-23, көнсығышта 13-кә тиклем, көндөҙ 31-36 градус, республиканың көньяғында 38 градусҡаса эҫе.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан.
Өфөлә был көндәрҙә аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын. Һауа температураһы төндә 21-23, ҡала ситендә 18-гә тиклем, көндөҙ 34-36 градус була.
Бынан алда Роспотребнадзорҙа әгәр эш урынында температура 28,5 градус билдәһенә яҡынлашһа, эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим ителеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр. Температура 29 градусҡа тиклем күтәрелһә – ике сәғәткә, 30,5 градус булһа – дүрт сәғәткә.
"Башинформ"дан.
Читайте нас: