Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Июнь 2020, 13:02

Изге күңелле табип

Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпованы районда ғына түгел, республикала белмәгән кеше бармы икән? Юҡтыр.Билдәле табип, БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, тәжрибәле белгес, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре уңған хеҙмәте, бәхетле ғаиләһе менән һоҡландыра. Коронавирус инфекцияһы таралғас, нәҡ уның бүлеге үҙенә бар ҡурҡынысты һәм хәүефте алды. “Беҙҙең инфекция бүлеге генә түгел, ә реанимация, неврология һ.б. бүлектәрҙән үҙ теләге менән был афәткә ҡаршы күтәрелгән медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен”, – тине Гөлнур апай беҙҙең һөйләшеү барышында.Уның фекерен ҡеүәтләп, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш медсестраһы Фирҙәүес Әлмөхәмәтова: “Уйламаған һәм бар кешегә ҡурҡыныс тыуҙырған вирус һөжүм иткәндә нәҡ Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы һәм уның коллективы Баймаҡ районы халҡының һаулығы һағына баҫты. Баймаҡтың бөтә аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәм”, – тип рәхмәтен белдерҙе.Беҙ ҙә халҡыбыҙ исеменән Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Хөрмәтле Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы һәм инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡәҙерле Баймаҡ табиптары, бар хәүефте үҙ өҫтөгөҙгә алып, ҡалҡан булғанығыҙ өсөн бар яҡташтарығыҙ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Артабан да Баймаҡ, республика һәм ил халҡы өсөн оло ҡаҙаныштар яулап, абруй-хөрмәткә лайыҡ булып эшләргә яҙһын! Гүзәл Иҫәнгилдина.

Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпованы районда ғына түгел, республикала белмәгән кеше бармы икән? Юҡтыр.
Билдәле табип, БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, тәжрибәле белгес, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре уңған хеҙмәте, бәхетле ғаиләһе менән һоҡландыра. Коронавирус инфекцияһы таралғас, нәҡ уның бүлеге үҙенә бар ҡурҡынысты һәм хәүефте алды. “Беҙҙең инфекция бүлеге генә түгел, ә реанимация, неврология һ.б. бүлектәрҙән үҙ теләге менән был афәткә ҡаршы күтәрелгән медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен”, – тине Гөлнур апай беҙҙең һөйләшеү барышында.
Уның фекерен ҡеүәтләп, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш медсестраһы Фирҙәүес Әлмөхәмәтова: “Уйламаған һәм бар кешегә ҡурҡыныс тыуҙырған вирус һөжүм иткәндә нәҡ Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы һәм уның коллективы Баймаҡ районы халҡының һаулығы һағына баҫты. Баймаҡтың бөтә аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәм”, – тип рәхмәтен белдерҙе.
Беҙ ҙә халҡыбыҙ исеменән Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Хөрмәтле Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы һәм инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡәҙерле Баймаҡ табиптары, бар хәүефте үҙ өҫтөгөҙгә алып, ҡалҡан булғанығыҙ өсөн бар яҡташтарығыҙ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Артабан да Баймаҡ, республика һәм ил халҡы өсөн оло ҡаҙаныштар яулап, абруй-хөрмәткә лайыҡ булып эшләргә яҙһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: