Бөтә яңылыҡтар

Бына ул һағындырған минуттар

Әбйәлилгә урынлаштырылған тәүге 200 вахтовик ғаиләһенә ашыға, уларҙың 14 көнлөк карантины тамамланды.

Май башында Әбйәлил районындағы ял йортонда ойошторолған обсерваторға Башҡортостандан булған 400 вахтасыны урынлаштырғайнылар. Хәтерегеҙгә төшөрөп, уларҙың Яҡут ерендәге Чаяндин ятҡылығында коронавирус ныҡ таралып киткәс, ҡайтарып алынғандар ине, тип әйтә алабыҙ.
17 майҙа уларҙың 200-ө өсөн 14 көнлөк карантин тамамланды.
— Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ял йортоның бер нисә корпусында беҙ 400 ятып тороу урыны булдырҙыҡ. Ҡайтҡан вахтасыларҙың барыһынан да коронавирус инфекцияһына анализдар алдыҡ. Улар араһындағы 7 кешелә вирус табылды. Барыһын да Белорет дауаханаһына һалдыҡ. Улар менән бәйләнешкә ингәндәрҙе Асҡар район дауаханаһының инфекция бүлегенә урынлаштырҙыҡ. Ҡабаттан алынған анализдар уларҙың һау-сәләмәт булыуын дәлилләне. Карантиндары тамамланғандар өйҙәренә юлландылар, — тип район администрацияһы башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов һөйләп үтте.
Обсерватор территорияһына "Башавтотранстың ете автобусы билдәләнгән ваҡытҡа килеп тә етте. Хәүефһеҙлек сараларын күреп, бирсәткә, маскалар кейеп, Өфө, Меләүез һәм Сибай йүнәлешенә улар юл тотто.
— Минең республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәтем сикһеҙ. Ауыр саҡта беҙҙе ташламаны, киреһенсә, имен-һау ҡайтып етергә ярҙам итте. Обсерваторҙа йәшәүебеҙҙең дә тәү сиратта үҙебеҙ өсөн эшләнелгәнен дә яҡшы аңлайбыҙ. Әбйәлил районы етәкселегенә лә, район табиптарына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Йәшәттеләр, ашаттылар... Һаулығыбыҙҙы күҙәттеләр. Беҙҙе бында яҡшы шарттарҙа ихлас ҡаршы алдылар. Үкенескә күрә, Республика Башлығы Радий Хәбиров бында килгән сағында үҙенә рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге булманы. Шунлыҡтан хәҙер, ҡайтыр алдынан әйткебеҙ килә, — тип Бөрө районынан Юрий Ардеев рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Икенсе төркәм вахтасылар иртән ҡайтырға юлланасаҡ. Уларҙың карантин ваҡыты иртәгән тамамлана.
"Әбйәлил" гәзитенең корреспонданты Әлиә Мусина яҙған материалдарҙы ҡулланып эшләнелде.
Әлиә Мусина фотоһы.
Читайте нас: