Бөтә яңылыҡтар

Милли проекттар - һаулыҡ һағында

#национальныепроекты #нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли проектты финанслауҙың дөйөм күләме быйыл 5,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шуның 4 миллард һумдан ашыуы федераль бюджеттан киләсәк. Был хаҡта министр урынбаҫары Динара Йәнекәйева министрлыҡта үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Проект сиктәрендә санитар авиацияны үҫтереү стратегияһы ла ҡаралғаан. Шул маҡсаттан федераль бюджеттан 38,5 миллион һум бүленгән.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проектына ярашлы Өфөнөң 21-се дауаханаһы, Сибай, Нефтекамск һәм Октябрьск үҙәк дауаханаларына медицина ҡорамалдары алыу күҙаллана.
“Онкологик сирҙәрҙә ҡаршы көрәш” проектына ярашлы 2 миллиард һум финанс бүленә.
“Балаларҙың һаулығын һаҡлау” тәбәк проекты сиктәрендә балалар поликлиникаларын медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу өсөн контракттар төҙөү процедураһы тамамланған.
“Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты буйынса 2300 принтер һәм 2000 күп функциялы ҡорамал алынған.
Шулай уҡ медицина учреждениеларында хәүефһеҙлек серверҙарына тоташтырыу ҡарала.
Читайте нас: