Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Автобус пассажирҙары талапты нисек үтәй?

Бөгөн Баймаҡта беренсе тапҡыр пассажирҙарҙың маска һәм бирсәткә кейеү-кеймәүҙәре тикшерелде.

Республикала 12 майҙан үҙаллы изоляция талаптары йомшартылды. Халыҡҡа хәҙер урамға иркен сығып йөрөргә рөхсәт ителде. Дөрөҫ, балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә сикләүҙәр бар әле. Урамға сыҡҡанда хәҙер мотлаҡ маска, ә магазиндарҙа һәм транспортта бирсәткә лә кейеү талап ителә. Ҡуйылған был тәртипте күҙәтмәүселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ янай. Штраф күләме лә ярайһы ҙур ғына.
Баймаҡта был тәңгәлдәге хәүефһеҙлек сараларының үтәлешен тикшереү маҡсатында рейдтар үтеп тора.
Бөгөн беренсе тапҡыр автобус пассажирҙарының маска һәм бирсәткә кейеү-кеймәүҙәре тикшерелде. Рейд 7-се маршрут буйынса йөрөгән автобустан башланды. Унда район хакимиәте, Баймаҡ АТП-һы администрацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Улар беренсе тапҡырға ҡағиҙәне күҙәтмәүселәрҙе бары тик иҫкәртеү менән сикләнде. Артабан иһә тәртип боҙоусыларҙы автобустан сығыуҙы талап итәсәктәр.
Асыҡлап китергә кәрәк, рейд барышында ҡуйылған талапты тупаҫ боҙоусылар асыҡланманы.
Бындай саралар артабан даими ойоштороласаҡ.
"Беҙҙең бурыс - штраф һалыу түгел, ә халыҡтан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе талап итеү, пассажирҙарҙы ташыуҙа һаҡланыу сараларын булдырыу. Шуның менән вирустың таралыуына юл ҡуймау", - тип белдерҙе рейдта ҡатнашыусылар.
Әйткәндәй, аавтобустарҙағы электрон таблола пассажирҙарҙың маска һәм бирсәткә кейеүҙәрен һораған белдереү даими күрһәтелә. Был хаҡта кондукторҙар ҙа иҫкәртеү яһап тора. Автобусға ултырыр алдынан һәр кем һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә тейеш.
Читайте нас: