Электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика медицина ойошмаларын стационар һәм мобиль электрокардиографтар менән йыһазландырыу дауам итә. Улар мәғлүмәттәрҙе һанлы форматта дистанцияла тапшырыу функцияһына эйә.
Республикалағы госпиталь база итеп үҙгәртеп ҡоролған ете медицина ойошмаһына киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн 33 һанлы компьютерлы кардиограф ҡуйылды. Улар республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһына тоташтырылған, электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә.