Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ярҙам килде

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы һәм “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт проектына нигеҙләнеп, “Тармаҡтың берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республиканың йөҙҙән ашыу медицина ойошмаһына 2312 заманса принтер алыныуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына 13 принтер килеүе хаҡында белдерҙе баш врач Әлиә Әҙиәтова.
Принтерҙар республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында эшләү өсөн автоматлаштырылған хеҙмәт урындарына тоташтырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, заман талаптарына ярашлы мәғлүмәт технологияһын ҡулланыу медицина персоналының эш процесын ҡулайлаштыра. Шуның менән пациенттарҙың медицина документтарын булдырыуҙы тиҙләтә. “Тармаҡтың берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проекты медицина ойошмалары бәйләнештәренең уңайлы мәғлүмәт механизмын, граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге электрон хеҙмәтте файҙалана алыу мөмкинлеген булдырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: