Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Апрель 2020, 13:50

Сибайҙа - “Изгелек осошо”

Кисә Сибай ҡалаһына Өфәнән ярты тонна аҙыҡ-түлек һәм коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тейәлгән дүрт самолет килде. #ВремяГероев

Сибайҙа - “Изгелек осошо”
Кисә Сибай ҡалаһына Өфәнән ярты тонна аҙыҡ-түлек һәм коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тейәлгән дүрт самолет килде.
-Еңел авиация федерацияһы менән берлектә православие христиандарының Изге Пасха байрамы уңайынан “Изгелек осошо” акцияһы ойошторҙоҡ, - ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Акцияға эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡушылды. “Пышка” йәмғиәте байрам ҡаластары бешерһә, Бәләбәй һөт комбинаты үҙҙәренең фирмалы сырҙарынан өлөш сығарҙы. “DASKO GROUP” рация һәм һаҡланыу саралары әйберҙәре менән тәьмин итте. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сиргә ҡаршы кейер өсөн махсус костюмдар ебәрҙе. Йыйылған аҙыҡ-түлекте бер урынға туплап, тейәп ебәреүҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова, палата ағзаһы, “Юл япрағы” компанияһы директоры Роман Заребелов ҙур ярҙам күрһәтте.
Баш ҡаланан килгән ярҙам Сибай дауаханаһына һәм ирекмәндәргә тапшырылды. Һуңғылары иһә уларҙы Урал аръяғы төбәгендә йәшәүсе мохтаж ғаиләләргә таратасаҡ.
Рәсәй еңел авиация федерацияһы вице-президенты Сергей Миңлеғолов белдереүенсә, яғыулыҡ сығымдарын федерация үҙ өҫтөнә алған, шул рәүешле улар дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән. Самолеттар “Первушино” аэродромынан осҡан, йөк тейәгән бортты пилотаж төркөмдөң өс самолеты оҙатып килгән.
- Беҙ 20 апрель осоуҙы планлаштырғайныҡ, әммә һауа торошоноң үҙгәреүе сәбәпле, ял көнөндә тәүәккәлләргә булдыҡ. Сибай беҙҙе һөр ваҡыттағыса йылы ҡаршы алды. Кешеләрҙең кәйефен күтәреү маҡсатында пилотаж төркөм төтөн шлейфы ярҙамында күрһәтмә осош та яһаны, - ти Сергей Миңлеғолов.
Әйткәндәй, “Изгелек осошо” акцияһын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Еңел авиация федерацияһы менән берлектә “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенең проекты сиктәрендә ойошторҙо. Был үҙәк ирекмәндәре үҙизоляция режимы иғлан ителгәс тә үҙ эшмәкәрлектәрен башлаған һәм бөгөнгә тиклем халыҡҡа ярҙам итә. Мәрхәмәтлек акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн колл-үҙәктең 8 800 201 89 03 телефон һанына шылтыратып, заявка ҡалдырырға ғына кәрәк.
Сергей Миңлеғолов Сибай ҡалаһына йәнә килергә вәғәҙә бирҙе. Был юлы улар Бөйөк Еңеүгә арналған “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” проекты сиктәрендә ҡала халҡы менән осрашырға ниәтләй.
https://vk.com/wall-104965500_42667
Читайте нас: