Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Апрель 2020, 22:12

Баймаҡ эшҡыуарҙары - коронавирусҡа ҡаршы!

Улар көсө менән дауаханаға үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмалары алынасаҡ. #ВремяГероев

Баймаҡ эшҡыуарҙары ла яңы коронавирусҡа ҡаршы. Быны улар һүҙ менән түгел, ә эштәре менән раҫлай. Ошо көндәрҙә эшҡыуарҙар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмалары алып биреү маҡсатында, мәрхәмәтлелек йөҙөнән, аҡса тупланы. Ҡоролмаларға заказ бирелгән, улар Ҡытайҙан алынасаҡ.
Акцияны ойоштороусылар - эшҡыуарҙар Альберт Йосопов, Радмир Герфанов, Гөлнара һәм Рәмил Байрамғоловтар һәм башҡалар был сараны ҡала һәм район халҡының һаулығы хаҡына атҡарып сығырға ҡарар иткән. Әйткәндәй, улар быға ҡәҙәр дауаханаға коронавирустан һаҡланыу саралары менән дә ярҙам иткән ине.
Районыбыҙ тап шундай ҙур йөрәкле, изге күңелле яҡташтарыбыҙ менән көслө. Улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Читайте нас: