Ҡытай Рәсәйгә яңы коронавирусҡа ҡаршы бергә көрәш алып барыу өсөн үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Бөгөн уларҙан медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн врачтар һәм медицина ҡоролмалары килде.
Улар араһында бай тәжрибә туплаған врачтар, вирусологтар бар. Шулай уҡ Хэйлунцзян провинцияһынан ярҙамға бушлай бер нисә тонна медицина ҡоролмаһы килде.