Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Апрель 2020, 00:50

Шахмат уйнарға өйрәнәйек

Ғәмәлдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, республиканың Шахмат федерацияһы эште онлайн тәртипкә йылдам үҙгәртеп ҡорҙо. #домаяҡшыраҡ

Ғәмәлдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, республиканың Шахмат федерацияһы эште онлайн тәртипкә йылдам үҙгәртеп ҡорҙо.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы билдәле бер квалификацияға эйә булған йәш спортсыларҙы арауыҡта уҡытыуҙы ойоштороу ғына түгел, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ошо уйын менән таныштырыу бурысын ҡуйғайны. Уны үтәү маҡсатында Шахмат федерацияһы, “Толпар” спорт клубы үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе иғлан ителгәндән һуң бер тәүлек эсендә республикалағы барлыҡ уҡыусылар өсөн онлайн-дәрестәр үткәрә лә башланы. Шул уҡ ваҡытта лекцияларҙың бер өлөшө шахматта тәүге аҙымын яһағандар өсөн тәғәйенләнә. Лекциялар Башҡортостандың электрон белем биреү порталында (https://edu.bashkortostan.ru/schedule-remote-sessions/) урынлаштырыла. Әле унда 20-гә яҡын лекция бар. Дәрестәр “Толпар” интеллектуаль уйын клубы нигеҙендә уҙғарыла. Бөгөн унда 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
Республика кимәлендә шахмат рейтингтары булған уҡыусылар һәм яңы уйнарға өйрәнгәндәр өсөн https://vk.com/rbchess интернет-майҙансығында төрлө онлайн-турнирҙар тураһында мәғлүмәт бирелә. Ярыштар иһә Башҡортостан Шахмат федерацияһының махсус платформаһында (https://lichess.org/team/BbhMMHTM) үтә. 23 марттан 8 апрелгә тиклем ошондай 36 турнир уҙғарылған. Шулай уҡ өлкәндәр ҙә уйындан ситтә ҡалмай. Уларға айырым онлайн-ярыштар ойошторола.
https://vk.com/wall-104965500_41787
Читайте нас: