Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Апрель 2020, 22:33

Һорауҙарға яуапты депутат бирҙе

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтелефон аша консультация бирҙе. #ВремяГероев#ЕРРБ #ЕРБашкортостан #ЕРУФА #ЕРУфапротивCOVID19 #нашазабота #Байгускаров

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршылыҡ тыуҙырыу маҡсатында "Берҙәм Рәсәй" партияһының оператив штабы тарафынан ойошторолған КОЛЛ-ЦЕНТР-ҙа булды. Ул үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты һәм "Ҡыҙыу бәйләнеш"кә килгән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп, һорауҙарға яуап бирҙе. Яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр, инвалидтар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән аралашты.
"Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр ойошмаһы бар
йәһәттән дә ололарға ярҙам итеүҙе
үҙҙәренә маҡсат итеп алған. Әгәр ҙә уларға һорауҙарығыҙ булһа,
түбәндәге телефонға шылтырата алаһығыҙ: 8-800-201-89-03.
Читайте нас: