Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Апрель 2020, 13:56

Күҙҙе томалап килеп ингән ауырыу

Был ҡатындың үлем сәбәбе бер нисек тә коронавирус инфекцияһы була алмай. Әммә ул был инфекцияны йөрөтөүсе булараҡ билдәле. Хәүефһеҙлек сараларын күреп, был пациент менән бәйләнешкә ингән һәр кем карантинға ебәрелде.

Йәкшәмбе көн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында оло йәштәге ҡатын үлеп ҡала. Бынан алда ул ике айҙан ашыу киң ишемик инсульттан һәм шәкәр диабетынан дауалана.
Пациенттың хәле ауыр була, быға ҡатындың 80 йәш булыуы, хроник ауырыуҙары, сандыр аяҡтарын ампутациялау, эренле артрит процесс, пневмония ла килеп өҫтәлә. Әммә үлем сәбәбе - баш мейеһенең шешенеүе.
Үлгәндән һуң патологоанатомик тикшеренеү үткәргәндә шулай уҡ COVID-19 вирусына анализ алына. Ғәҙәттә пневмония менән ауырыуҙар өсөн был эшләнелә. Баштағы һөҙөмтә шикле булһа ла, бөгөн был пациенттың Ковид-19 вирусын йөрөтөүе билдәле булды.
Был ҡатындың үлем сәбәбе бер нисек тә коронавирус инфекцияһы була алмай. Әммә ул был инфекцияны йөрөтөүсе булараҡ билдәле. Хәүефһеҙлек сараларын күреп, был пациент менән бәйләнешкә ингән һәр кем карантинға ебәрелде. Йәғни был осраҡта РБК-ла карантинда ҡала.
Бынан тыш йәнә бер коронавирус йөрөтөүсе ҡатын билдәле булды. Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан был пациенттың хәле ауыр түгел. Шул уҡ ваҡытта коронавирус менән ауырыған бер пациент һауығып сыҡты.
"Һуңғы арала КОВИД-19 инфекцияһына тест үткәндәр һаны ҡапыл артып китте. Анализ биргәндәр араһында ауырыу йоҡторғандар ҙа табылыр. Шуға ла өйҙә ҡалығыҙ. Ә дауаханаларҙы максималь көсөргәнешле эшләүгә тәҙерләй башларға тейешбеҙ", - тип Радий Хәбров Фейсбуктағы диуарында яҙып ҡуйған.
Читайте нас: