Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Апрель 2020, 11:36

Алты айлыҡ балала коронавирус?

Күрше Силәбе өлкәһендә йәшәгән ир кешенең, сит илдән ҡайтып, Сибай баҙарында ит һатҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Күрше Силәбе өлкәһендә йәшәгән ир кешенең, сит илдән ҡайтып, Сибай баҙарында ит һатҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Эшҡыуар 16 мартта ҡатыны менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайта һәм өйҙә ултырмайынса эшкә сыға. Аҙаҡ унда коронавирус инфекцияһы табыла. 28 мартта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирле ирҙең Сибайҙағы ял баҙарында ит һатҡаны тураһында хәбәр итә. Ошо сәбәпле Сибай йәнә бер шауланы. Баҙарға килгән күпме кешенең зарарланыуы бар ине бит! Республика властары был ир ит һатҡан көндә баҙарға килгәндәрҙе тиҙ арала асыҡлау бурысын ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә унда 227 кешенең булғаны билдәләнде. Уларҙы үҙаллы изоляцияға ебәрҙеләр.
Бөгөн иһә был иргә бәйле тағы бер яңылыҡ билдәле булды. Уның алты айлыҡ ейәнендә коронавирус тапҡандар. Сабый олатаһы менән бергә йәшәгән. Әле бәпес өлкәнең Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау үҙәгендә. Ул олатаһы менән бәйләнештә булғандан һуң сирләп киткән. Бала табиптар күҙәтеүе аҫтында. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.
Шөкөр тип әйтәйек, был хәлдән һуң ошоға тиклем Сибайҙа коронавирус йоҡторған бер кеше лә асыҡланманы. Шулай башҡаларҙы уйламаған кеше үҙенең бәләкәй ейәнен дә хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Сабыйға тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ. Һаҡ булайыҡ!
Фото: m.123ru.net
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sibay-a-it-at-an-ir-e-ey-nend--koronavirus-202625/
Читайте нас: