Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Апрель 2020, 21:08

Карантин тулы изоляциянан нисек айырыла? Ни өсөн вирусты теүәл дисциплина менән генә еңеп була?

Тап бөгөн беҙ бергәләшеп изоляцияға китмәһәк, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән инфекцияны таратыусы булыуыбыҙ ихтимал. Үҙебеҙгә генә түгел, әйләнә тирәләге кешеләргә лә зыян килтерәбеҙ. Парламентарийҙа тап ошо турала һүҙ барҙы.

Әле Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә тулы изоляция режимы индерелә. Кешеләрҙең ни бары өй шарттарында ғына йәшәүен күҙаллай. Ошо рәүешле улар урамға сыҡмай, кеше менән күрешмәй, вирусты таратыуға юл ҡуймай. Карантин, иһә, табиптар кәңәшенә бәйле изоляция режимы. Уны эпидемиологик яҡтан насар булған илдән ҡайтҡан, әммә әле коронавирус симптомы белнмәгән, әммә коронавируслы кеше менән арлашҡандар өсөн ҡағыла. Был турала ER.RU порталына һаулыҡ һаҡлау буйынса Дәүләт Думаһы комитеты ағзаһы ("Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе), медицина фәндәре докторы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы Борис Менделевич һөйләне.
«Үҙ-үҙеңде изоляциялау – ул күпселектең өй шарттарында ҡалып, үҙ-ара аралашыуҙан тыйылып тороуы. Карантин, иһә, ҡәтғиерәк, ул инфекцияланған йә ихтималлығы булған кешеләрҙе изоляциялау. Рәсәйҙә карантин 2020 йылдың 18 мартында баш санитар табип хатынан һуң индерелде, һәм ул башлыса сит илдән ҡайтҡандарға ҡағыла», - тине ул.
Әлбиттә граждандарҙың 100%-ы ла өйҙә бикле ултыра алмай. Ҡайһы бер кешеләр эшкә йөрөргә мәжбүр, тип билдәләне Менделевич. Әммә бында ла билдәле бер ҡағиҙәләр бар.
«Эшкә йөрөгән кеше маскала һәм бирсәткәлә булырға тейеш. Кешеләр араһындағы алыҫлыҡ 1,5-2 метр, әммә бер нисек тә 1 метр булмаһын. Ҡулды йышыраҡ йыуырға, уны септик иҙелмә менән эшкәтеү талап ителә», - тип һөйләне ул.
Өйҙә ултырғандарға ла Менделевич кәңәш биреп, өйҙән һирәгерәк сығырға, хатта рөхсәт итлгән осраҡ буйынса ла тине. «Магазинға барһағыҙ, аҙыҡ-түлекте бер нисә көнгә етерлек итеп алығыҙ. Әгәр инде аптекаға йә медицина учреждениеһына барырға кәрәк булһа, бер сыҡҡанда бер нисә эшегеҙҙе бер юлы башҡарырға тырышығыҙ. Хайуандарҙы урамға алып сығып йөрөтөү мәсьәләһенә килгәндә, ҡайһы бер илдәрҙең тәжрибәһен ҡулланырға кәңәш итәм. күрше-тирәләрегеҙҙең эттәрен сиратлап йөрөтөгөҙ».
Әле илдә ауырыуҙар һаны аҙыраҡ булғанда үҙ-үҙеңде изоляциялау тәжрибәһе ҡулланыла. Был сағыштырмаса йомшағыраҡ сара, тип билдәләнеләр парламентарийҙа. Ҡапыл ғына инфекцияның таралыуын туҡтатыу мөмкин түгел. Был Рәсәй медицинаһына баҫым көсәймәһен өсөн эшләнелә.
«Минеңсә үҙ-үҙекңде изоляциялау режимы беҙҙең илдә ҡулланыу эпидемия темпын туҡтатырға ярҙам итһә генә ҡулланыласаҡ. Был кешеләрҙең дисциплиналы булыуынан да тора. Илдең һәр кешеһе ҡуйылған талаптарҙы үтәгәндә генә инфекцияны туҡтата алабыҙ. Әгәр инде кешеләр аңламаһа, илдә бар халыҡ өсөн карантин сараларын күрергә тура киләсәк», - тине Менделевич.
Читайте нас: