Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Апрель 2020, 14:35

СПИД-ҡа ҡаршы көрәш дауам итә

Эпидемияның таралыуына юл ҡуйылмаясаҡ. #национальныепроекты

2020 йыл - Рәсәй Федерацияһында ВИЧ
инфекцияһын таратыуға ҡаршы көрәш алып барыу буйынса дәүләт стратегияһын тормошҡа ашырыу сараларына йомғаҡ яһау йылы булып торасаҡ. Бында эпидемияға таралыуға юл ҡуймау, профилактикалау, ауырыусылар һанын кәметеү, яңыларын булдырмау һәм СПИД-тан үлеүселәр һанын кәметеү маҡсатында эш алып барыласаҡ. РФ Хөкүмәтенең 2016 йылдың 20 октябрендә ҡабул ителгән 2203-р -сө ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә йыл да ВИЧ-ҡа аноним рәүештә бушлай тест үткәреү буйынса акция ойошторола. Быйыл да шундай уҡ сараның уҙыуы көтөлә.
Читайте нас: