Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Март 2020, 19:09

Республикалағы коронавирус менән ауырыған тәүге һауыҡҡан пациент

Дүртөйлөнән 35 йәшлек ҡатын 21-31 март дауаханала дауаланды. Ике тапҡыр коронавирус инфекцияһына анализ биргәндән һуң, уның тулыһынса һауыҡҡаны билдәле булды.

Дүртөйлөнән 35 йәшлек ҡатын 21-31 март дауаханала дауаланды. Ике тапҡыр коронавирус инфекцияһына анализ биргәндән һуң, уның тулыһынса һауыҡҡаны билдәле булды.
Ул үҙ хәле тураһында социаль селтәрҙә мәғлүмәт биргән. Ҡатын уның хәлен белешеп, борсолғандарҙың барыһына ла, айырыуса медицина хеҙмәткәрҙәренәизгелекле һәм кешелекле булған өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Ләйсән менән уның 50 йәшлек Филиә апаһы был инфекцияны Европа буйынса круиз лайнерында йөрөгән саҡта йоҡтора. 15 мартта улар Башҡортостанға ҡайтып төшәләр һәм шунда уҡ үҙ-үҙҙәрен изоляциялайҙар. Әммә анализдар күрһәтеүенсә, уларҙың инфекцияны йоҡтороуҙары билдәле була. Апайлы-һеңлеле Ләйсән менән Филиәне Өфө ҡалаһындағы 4-се һанлы инфекция дауаханаһына һалалар. Әлегә Филиә дауаланыуын дауам итә.
Читайте нас: