Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Март 2020, 13:46

Ауырыу таралмаһын өсөн

Коронавирус инфекцияһының Баймаҡ районында таралыуына юл ҡуймау өсөн бар саралар күрелә. Ошо мөһим мәсьәлә буйынса төҙөлгән оператив штабтың ике ултырышы үтте. Үҙен-үҙе изоляциялау режимына күскән граждандарға, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән ололарға, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙам итеү буйынса ваҡытлы үҙәк төҙөлдө. Уларҙы ҡараған махсус төркөмгә фельдшерҙар, “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре, участка уполномоченныйҙары индерелде.

Коронавирус инфекцияһының Баймаҡ районында таралыуына юл ҡуймау өсөн бар саралар күрелә. Ошо мөһим мәсьәлә буйынса төҙөлгән оператив штабтың ике ултырышы үтте. Үҙен-үҙе изоляциялау режимына күскән граждандарға, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән ололарға, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙам итеү буйынса ваҡытлы үҙәк төҙөлдө. Уларҙы ҡараған махсус төркөмгә фельдшерҙар, “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре, участка уполномоченныйҙары индерелде.
23 марттан Баймаҡ эске эштәр бүлеге, Роспотребнадзор идаралығынан алынған исемлек буйынса ике бригада район буйынса сыға. Өйҙә булған граждандар менән инструктаж үткәрелә. Бөгөн сит илдән ҡайтҡан 45 ғаилә ҡаралды. Карантинды боҙған граждандар булманы. Бер мәртәбә ҡуллана торған 28 һаҡлау (чумаға ҡаршы) костюмы бар. Тағы ла бер мәртәбә кейә торған – 10 һәм күп ҡуллана торған 5 костюмға заказ бирелгән. Шулай уҡ марлянан битлек тегеү ойошторолдо.
Мәктәптәрҙә балаларға дистанцион белем биреү буйынса яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. 87 процент уҡыусыларҙың ошо ысул менәнбелем алыу мөмкинселеге бар. Өйҙә компьютеры, интернетҡа тоташыуы, смартфоны булмаған балалар 1076-ны (13%) тәшкил итә. Уҡытыусыларҙың барыһыла дистанцион белем биреү буйынса әҙерлек үтте. Әлеге ваҡытта был методиканы камиллаштырыу өҫтөндә эш алып барыла.
Балалар баҡсаларында карантин саралары күрелә. Кескәйҙәрҙең шәхси гигиенаһына, һаулыҡ торошона, дезинфекциялау сараларына етди иғтибар бирелә, мәҙәни, спорт саралары үткәрелмәй.
Баймаҡ үҙәк ҡаладауаханаһында профилактик тикшереү, диспансеризациялау туҡтатылды. Коронавирусҡа шик булған граждандарөсөн махсус инфекция госпитале, изолятор, обсерватор әҙер. Киҫкен респиратор инфекциялары, пневмония менән сирләгәндәргә айырым инеү урыны булдырылды. Дауаханаға ингәндә ҡулдарҙы йыуыу өсөн антисептик саралары ҡуйылды. 820 медицина хеҙмәткәре өсөн махсус уҡыуҙар үткәрелде. Пневмония менән ауырыған һәр кеше коронавирусҡа тикшереү үтә.
Сит илдән ҡайтҡан кешеләр ҡайтҡандан алып 14 көн дауамында медицина күҙәтеүенә алына.
Дөйөм алғанда, район-ҡалала коронавирусҡа ҡаршы бар саралар күрелә. Шул уҡ ваҡытта кешеләр үҙҙәрелә һаулығына ҡарата һаҡсыл булһын ине. Шулай уҡ сит илдән ҡайтҡан граждандар медицина тикшереүенә алынған кеүек, себер тарафтарынан үҙ транспорты менән ҡайтыусылар ҙа карантинға китергә тейеш. Был һеҙҙең генә түгел, ә тотош район халҡының хәүефһеҙлеге өсөн мөһим икәнлеген онотмағыҙ.
Гөлшат Сирғәлина,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Читайте нас: