+7 °С
Болотло
Бетерә ауылы эшҡыуарҙары Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың исеме беҙгә яҡшы таныш. Ағасты тәрән эшкәртеү йүнәлешендә үҙ эштәрен булдырған ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндар ошо көндәрҙә Темәс һәм Бетерә ауылдары халҡына бушлай яҡынса 1500 дана медицина маскаһы таратҡан.
Илсур Нәбиуллин үҙенең Instagram социаль селтәрендәге диуарында эшҡыуарҙарҙан шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡҡа ярҙам күрһәтергә саҡырған.
- Коронавирус ҡоторған ваҡытта бер кемде лә ситтә ҡалдырмайыҡ, булған ҡәҙәр ярҙам күрһәтергә тырышайыҡ, - ти Илсур Нәбиуллин. - Бергә тупланып ҡына беҙ шундай ауыр сирҙе еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ.
Афарин, Нәбиуллиндар! Күптәргә уларҙы өлгө итеп ҡуйырлыҡ.