Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Март 2020, 12:30

Баймаҡ дауаханаһына яңы рентген аппараты киләсәк

Апрелдә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ике рентген аппараты килеүе көтөлә. “Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәтди-техник тәьмин итеү идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының рәсми сайтында шундай яңылыҡ донъя күрҙе.#национальныепроекты

Апрелдә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ике рентген аппараты килеүе көтөлә. “Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәтди-техник тәьмин итеү идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының рәсми сайтында шундай яңылыҡ донъя күрҙе.

“Аныҡ ваҡыт” (“Реальные время”) хәбәр итеүенсә, томография уҙғарыу өсөн ҡоролмаһы менән бергә булған рентгенодиагностикалау комплексы республика бюджетынан алынасаҡ. Уның дөйөм хаҡы 40 млн һум тора. Аукцион 1 апрелдә үтәсәк.

Рентген аппараты Дүртөйлө, Малаяҙ, Яңы Балаҡатай һәм Баймаҡ үҙәк дауаханаларына йүнәлтеләсәк.

Читайте нас: