+11 °С
Болотло
Был шаяртыу түгел – Кодексҡа штраф индерелде
Коронавирусҡа бәйле хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу өсөн штраф санкциялары индерелде. Әгәр карантин режимын боҙоусының сәбәпе менән кеше ғүмере өҙөлһә, уға 150 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф һалына. Ул яуаплы вазифалыға – 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Әгәр ҙә карантин ваҡытында граждан башҡаларға хәүеф тыуҙырырҙай берәй эш ҡылһа, уға 15-40 мең һум, ә вазифалы кешегә 50-150 мең һум штраф ҡаралған. Берәйһенең үлеменә килтергән юридик берәмеккә 1 млн һумға тиклем штраф һалына. 65 йәштән олораҡтар өсөн үҙ-үҙеңде изоляцияламау өсөн штраф юҡ.