Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Март 2020, 11:32

Паникаға бирелмәгеҙ!

Барыһы ла коронавирус тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләгән мәлдә лә ҡурҡыу тойғоһонан нисек ҡотолорға?

Урамда яҙ! Әммә бер ниндәй ҙә шатлыҡ һәм бәхет тойғоһо юҡ. Урамдар ҙа буш тиерлек. Кешелек коронавирустан һаҡланып өйҙә ултыра. Күңелдәрҙә шом, ҡурҡыу тойғоһо. Уны социаль селтәрҙәр, телеграм-каналдар, ватсап-төркөмдәр икеләтә арттырып та ебәрә.Күңелегеҙҙәге шомдо нисек ҡыуып ебәрергә? "Будущее России. Национальные проекты" порталы тәҡдим иткән кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ.

Һеҙгә критик фекерләү ярҙамға килә

Татьяна Юдина, МФТИ социаль-психологик ярҙам күрһәтеүсе үҙәктең начальник урынбаҫары: "Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ эмоциональ яҡтан зарарлы уйҙарға бирелергә әҙер торабыҙ. Кешенең борсолоуҙарын үҙебеҙгә алабыҙ йә үҙебеҙҙекен кешегә бирәбеҙ. Был процесс кешегә хас.
Паника хәлендә кеше үҙен контролдә тота алмай, рациональ булмаған, буталсыҡ эштәр эшләй. Был хәлдә ул үҙен генә түгел, хатта әйләнә тирәләгеләрен дә бутай. Уны йәнә социаль селтәрҙәрҙәге, телеграм-каналдарҙағы, ватсап төркөмдәрендәге яҙмалар ҡуйыртып ебәрә.
Был саҡта ғәҙәттә критик фекерләү ярҙам итә. Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарау ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Паника һеҙҙе биләп алды. Нисек ҡотолорға?

1. Ҡурҡыуҙың төп дошманы – мәғлүмәтле булыу.
Әммә һеҙ коронавирус тураһында яҙылған һәр бер баҫманы уҡып бармағыҙ. Үҙегеҙ ышанған бер нисә ресурсты һайлап алығыҙ. Әйткәндәй, Рәсәйҙә стопкоронавирус.рф порталы булдырылды. Шунда бар мәғлүмәттәр тулы кимәлдә бирелеп барыла.
2. Паникерҙарға "юҡ" тип ныҡ әйтегеҙ.
мессенджерҙарға бер туҡтауһыҙ килгән хәбәрҙәргә иғтибар итмәгеҙ. Фейктың төп сифаты -- артыҡ эмоциялылыҡ. Ҡулды йыуып торған кеүек мәғлүмәттәрҙе лә "йыуып" тороғоҙ.
3. Үҙегеҙ контролдә тота алған мәғлүмәттәргә генә таянығыҙ.
Мәҫәлән, һеҙ ситтән тороп эшләйһегеҙ икән. Тәү сиратта эшегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ. Уңайлы эш урыны булдырығыҙ. Эштә янығыҙҙа кофеварка булыуы тураһында хыяллана инегеҙме? Хыялдар тормошҡа аша!

Буш ваҡытығыҙҙы ла бушға сарыф итмәгеҙ. Келәтте йыйыштырып алыу тураһында уйлана инегеҙме, тик ваҡытығыҙ ғына юҡ инеме? Йыйыштырығыҙ! Ҡышҡы кейемдәрҙе айырып тәкләп һалығыҙ. Күптән ҡул теймәгән ремонтты ниһайәт эшләп ҡуйығыҙ. Тормош туҡтап ҡалманы, ул бер аҙ үҙгәрҙе генә.
4. Ауыр уйҙарҙан арынығыҙ!
Бының өсөн китап уҡығыҙ йә кино ҡарағыҙ. Сәнғәт аша яңы уйҙар килә. Сәнғәт дауалай. Виртуаль концерт йә күргәҙмәгә барығыҙ – быляңылыҡ һеҙҙең уйҙарығыҙҙы ял иттерер.
5. Аралашығыҙ.
Мессенджерҙарҙы дөрөҫ йүнәлешкә бороғоҙ. Видиобәйләнешкә сығығыҙ, яҡындарығыҙҙы хәлен белешегеҙ, рәхәтләнеп яҙышығыҙ.
6. Тын алығыҙ.
Паникаға бирелеп өлгөргәнһегеҙ икән – туҡтағыҙ һәм яйлап ҡына тәрән итеп тын алығыҙ. Тындың ингәнен, сыҡҡанын тыңлағыҙ, үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе тыңлағыҙ – һеҙ паника пристубынан көслөрәкһегеҙ, аяҡ аҫтығыҙҙа иҙән йә асфальт, тормош туҡтап ҡалмаған, бер нәмә лә ватылмаған, емерелмәгән. Кәрәк икән берҙе ҡысҡырып илап алығыҙ, яҡындарығыҙҙан ярҙам һорауҙан уңайһыҙланмағыҙ.
7. Башҡаларға ярҙам итегеҙ (был һеҙҙең үҙегеҙгә лә ярҙам итәсәк!)
Хатта таныш булмаған әҙәмдәргә лә ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Автомобиль йөрөтһәгеҙ, йәйәүлеләрҙе үткәрегеҙ. Үҙегеҙ йәйәүле булһағыҙ һеҙҙең янығыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Бәлки күршегеҙҙә яңғыҙ әбей йәшәйҙер. Магазинға барып икмәк, һөт алып килеп бирегеҙ, этен сығарып йөрөтөгөҙ. Кеше проблемаларына ҡолаҡ һалып үҙ проблемаларығыҙҙан арынып тора алаһығыҙ!
Кристина Соловьева, Светлана Зорина.

Читайте нас: