Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Март 2020, 16:21

Ялған хәбәрҙәргә ышанмағыҙ йәки Ниңә халыҡ күпләп ярма һатып ала?

Өфөлә генә түгел, районыбыҙҙа ла ябай халыҡ араһында коронавирус пандемияһына бәйле ажиотаж тыуҙы. Ватсап, Телеграм каналдары, социаль селтәрҙәр ҡуйыртылған мәғлүмәттәр менән тулды. Халыҡ аптыранған көндән аптекаларҙа һатылған битлектәрҙе, кибеттәрҙән аҙыҡ-түлекте күпләп ала башланы. Тәүгеһе аңлашыла кеүек. Битлектәр ниндәйҙер кимәлдә вирустан һаҡлай. Ә бына аҙыҡ-түлекте ни өсөн күпләп алалар? Быныһы күптәр өсөн әле лә сер булып ҡала.

18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимы индерҙе. Республикала тәүлек әйләнәһенә эшләгән штаб булдырылды.

Хөкүмәттә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы барышында Радий Хәбиров 250-нән ашыу кеше һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәҫкә йәки күсерергә ҡушты. Шулай уҡ республика етәксеһе уҡыусыларҙың яҙғы каникулын 6 апрелгә тиклем оҙайтырға ҡарар итте һәм Мәғариф министрлығына педагогик коллективтарҙы дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләү бурысын йөкмәтте. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреү процесын дистанцион режимға күсерергә ҡушылды. Сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләргә башҡалар менән тығыҙ бәйләнешкә инмәү буйынса шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды. Уларҙа аҙ ғына билдәләр беленеү менән тиҙ арала коронавирус инфекцияһына тест үткәрергә кәрәк.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республикала коронавирус инфекцияһының инеү һәм таралыу хәүефен кәметеү буйынса саралар күрелде. Атап әйткәндә, республикала йәшәүселәргә вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде.

Шул уҡ ваҡытта баш ҡалабыҙ Өфөлә генә түгел, районыбыҙҙа ла ябай халыҡ араһында коронавирус пандемияһына бәйле ажиотаж тыуҙы. Ватсап, Телеграм каналдары, социаль селтәрҙәр ҡуйыртылған мәғлүмәттәр менән тулды. Халыҡ аптыранған көндән аптекаларҙа һатылған битлектәрҙе, кибеттәрҙән аҙыҡ-түлекте күпләп ала башланы. Тәүгеһе аңлашыла кеүек. Битлектәр ниндәйҙер кимәлдә вирустан һаҡлай. Ә бына аҙыҡ-түлекте ни өсөн күпләп алалар? Быныһы күптәр өсөн әле лә сер булып ҡала.

Магазиндарҙа ҡарабойҙай һәм бакалея продукцияһы кәштәләре бүлеү селтәрҙәренең уларҙы ваҡытында тулыландырып өлгөрмәүе сәбәпле бушай. Республика Башлығы граждандарҙың кәрәк-яраҡтарҙы, ярма-туҡмастарҙы күмәртәләп һатып алыуына ҡарата ла фекерен әйтте. “Башҡортостанда аҙыҡ-түлек бар һәм тағы ла кәмендә ярты йылға етерлек”, -- тине ул. Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса брифингта Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев үрҙә әйтеп үтелгән продукттарға хаҡ артмаҫҡа тейешлеген билдәләне. Белгестәр ҡарабойҙай, макарон, дөгө һәм башҡа ярмалар һатып алырға ашыҡмаҫҡа кәңәш итте. Тағы ла ҡабатлап әйтәбеҙ: республикала ошондай продукттар запасы етерлек кимәлдә!

Яһалма ығы-зығы тыуҙырған кешеләргә яуап итеп, Республика Башлығы: “Дошмандарса алып барылған мәғлүмәти атака. Ялған хәбәрҙәр ике төрлө тарала. Береһе интернетта хәлдең айышына тулыһынса төшөнөп етмәй төрлө баҫмалар эшләүселәр арҡаһында, икенсеһе маҡсатлы рәүештә паника тыуҙырыу өсөн таратыла”, – тине. Шуға ла ниндәйҙер мәғлүмәткә ышаныр алдынан иң тәүҙә һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының һәм Роспотребнадзорҙың (https://www.rosminzdrav.ru/ministry/covid19#r2), дәүләт органдарының рәсми сайттарын, ваҡытлы матбуғатты, шул иҫәптән “Һаҡмар” гәзитен ҡарап сығырға кәңәш итәбеҙ.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт өсөн: әле COVID-19 дүрт илдә – Ҡытай, Көньяҡ Корея, Иран, Италияла киң таралған. 18 мартта алынған мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй Федерацияһында 122 854 мең анализ эшкәртелгән, 147 коронавирус инфекцияһы теркәлгән, 5 кеше һауығып сыҡҡан. Һөйөнөскә, Башҡортостанда әле был вирус теркәлмәгән. Вирустың төп симптомдары: юғары тән температураһы (90% осраҡта), ҡоро йүтәл (80%), тын ҡыҫылыуы (55%), күкрәк күҙәнәге баҫылған кеүек тойғо (20%). Шулай уҡ баш ауыртыуы (8%), ҡан ҡоҫоу (5%), диарея (3%), күңел болғаныуы, ҡоҫоу, йөрәк тибеше йышайыуы ла осрай (былары тән температураһы күтәрелмәгән осраҡта). Сирҙе йоҡтормаҫ өсөн кеше күпләп йөрөгән урындарға бармаҫҡа тырышығыҙ, ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ, бысраҡ ҡул менән битегеҙгә, күҙегеҙгә ҡағылмағыҙ. Үҙегеҙ менән спиртлы салфетка алып йөрөгөҙ. Бүлмәләрҙе елләтеп тороғоҙ. Һау-сәләмәт тормош алып барығыҙ.

Республика Башлығы бойороғона ярашлы, райондарҙа ла оператив штаб булдырылды. 18 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында үткән кәңәшмәлә коронавирус пандемияһын районға индермәү, ошо йәһәттән районда тыуған паниканы бөтөрөү, битлек, аҙыҡ-түлек менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында фекер алыштылар. Унда төрлө өлкә вәкилдәре (мәғариф, сауҙа, хоҡуҡ һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәр һ.б.) ҡатнашты.

Ажиотаж тыуҙырған аҙыҡ-түлек, атап әйткәндә, макарон, ҡарабойҙай һәм башҡа ярмалар сауҙа нөктәләрендә етерлек кимәлдә. Хаҡтары ла әллә ни артмаған. «Магнит» магазинында саҡ ҡына күтәрелгән, уныһы ла яңынан алып киленгәндәренә генә. Әйткәндәй, хаҡтарға килгәндә, һәр көн иртәле-кисле халыҡ күпләп йөрөгән кибеттәрҙән аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена тауарҙарының хаҡтары мониторланып барасаҡ.

Битлектәргә килгәндә, улары аптекаларҙа һатыуҙа юҡ. Шуға ла дауахана үҙенең хеҙмәткәрҙәре өсөн тегә башлаған. Ошо урында халыҡҡа үҙҙәренә маска тегергә кәңәш ителде. Бының буйынса мәктәптәрҙә һәм ваҡытлы матбуғат саралары аша оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә тигән тәҡдим индерелде.

Күңел асыу сараларына килгәндә, музей һәм кинотеатрҙа көндәлек дезинфекция үткәрелеп тора.

Ә инде вахта ысулы менән эшләгән райондаштарыбыҙға яҡындары һаулығына зыян килтермәҫ өсөн махсус бүленгән бүлмәлә 14 көн ултырып торорға, был ваҡытта кеше менән аралашмаҫҡа кәңәш ителә.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: +7 (347) 286-58-27.

Читайте нас: