Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Март 2020, 23:55

Мәктәптәр дистанцион белем алыуға күсерме?

Рәсәй Мәғариф министрлығы төбәктәргә Роспотребнадзорҙың шундай тәҡдимен еткерҙе. #национальныепроекты

Башҡортостанда бөтә мәктәптәрҙе лә ваҡытлыса дистанцион белем алыуға күсереүҙәре ихтимал. Рәсәй Мәғариф министрлығы төбәктәргә лә Роспотребнадзорҙың шундай тәҡдимен еткерҙе. Бөтәһе лә әлеге лә баяғы коронавирусҡа бәйле. Роспотребнадзор ҡурҡыныс был вирусҡа бәйле санитар-эпидемиологик хәлде балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, уртаса һөнәри белем биреү, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында контролдә тотоу маҡсатында эшләй. Бөгөн был тәҡдим урындарҙа өйрәнелә. Өҫтәп китергә кәрәк, әлегә республикала коронавирус менән ауырыған кеше теркәлмәгән. Хәл контролдә тотола.
Читайте нас: