Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Март 2020, 10:25

Тағы ла коронавирус!

Башҡортостанда 311 кеше карантинда#национальныепроекты

Сит илгә эш сәфәренән, ял итергә барып ҡайтыусыларға 14 көн буйына бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, бер кем менән дә күрешмәҫкә, аралашмаҫҡа ҡушыла. Был айырыуса коронавирус инфекцияһы таралған Ҡытай, Италия, Иран, Көньяҡ Корея, Франция, Испания, Германия, АҠШ илдәренән килеүселәргә ҡағыла. 14 көн буйы уларға эшкә бармаҫҡа, магазиндарға ла йөрөмәҫкә талап ителә. Врачтарҙы өйгә саҡыртырға. Кемдәрҙең был осорҙо айырым бүлмәлә үткәреү мөмкинлеге юҡ, улар Өфө районында махсус билдәләнгән "Сәләмәтлек шишмәһе" һаулыҡты нығытыу учреждениеһында ҡала ала. Бөгөн унда республиканың 311 кешеһе тикшеренеү үтә. КНР-ҙың -1, Италияның 3 гражданы ла бар. Был осорға түләүле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә. Уны электрон форматта юлларға мөмкин. Сит илдәргә эш сәфәрҙәренән, ял итергә барыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.
Бөгөнгә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар теркәлмәгән. Ләкин һаҡланыу сараһын теүәл күҙәтәйек.
Читайте нас: