Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Март 2020, 12:10

Дауаланырға теләмәһәң... штраф!

Мәжбүри дауаланыу кемдәргә янай?#национальныепроекты

Башҡортостан халҡын, әгәр ҙә кәрәк тип табылһа, мәжбүри дауалауға йәки тикшерелеүгә йүнәлтеүҙәре ихтимал. Башлыса ул туберкулез һәм наркомандарға ҡағыла. Бының менән улар үҙҙәренә генә түгел, туғандарына, яҡындарына, эргә-тирәләге кешеләргә зыян килтереүҙәрен аңламай.

Уҙған йылда дауаланырға теләмәгән 96 кешегә штраф һалынған. Ваҡытында үҙ теләктәре менән түләргә теләмәүселәр менән суд приставтары шөғөлләнә. Былтыр улар дәүләт ҡаҙнаһына шуның менән 394,5 мең һум килтергән.

Йыл башынан республикала суд приставтары 40 кешенән 166 мең һум штраф түләттерергә өлгәште.

Читайте нас: