Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Март 2020, 17:59

Ашығыс ярҙам күрһәтер өсөн берҙәм үҙәк булдырылды

2021 йылдың 1 ғинуарынан Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы базаһында муниципаль-ара берҙәм ашығыс ярҙам бүлеге булдырыу ҡаралған.

Ҡайһы саҡ Сибай ҡалаһының аръяғында йәшәгән райондаштарыбыҙ өсөн ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртыу үҙе бер проблема булып сыға. Сирле кешегә ярҙам күрһәтеү өсөн Баймаҡҡа шылтыратып, унан дауаханаға алып килеп еткереүҙәре -- ай-һай, ауыр була.
Ошо юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн 2021 йылдың 1 ғинуарынан Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы базаһында муниципаль-ара берҙәм ашығыс ярҙам бүлеге булдырыу ҡаралған.
Бындай пилот проектын булдырыу өҫтөндә тәү тапҡыр Мәсәғүт муниципаль-ара медицина округы эшкәртеп, тәжрибә үткәреп ҡараны. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттәрмәне. Шунлыҡтан уны Урал аръяғын берләштергән медицина округы ла үҙендә һынап ҡарарға булды. Бында Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡы хеҙмәтләндереләсәк.
Был яҙманы уҡығыс, үҙҙәренең ашығыс ярҙам хеҙмәте булған ауыл биләмәләре халҡы борсолоуға ҡалыуы ихтимал. "Ҡабатлап әйтәбеҙ, борсолорға урын юҡ: Баймаҡ районындағы ашығыс ярҙам хеҙмәте машиналары үҙ урынында ҡаласаҡ. Шулай уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре штатында ла ҡыҫҡартыуҙар булмаясаҡ. Барлыҡ социаль гарантиялар һаҡланып ҡаласаҡ", -- тип Баймаҡ ҡала дауаханаһы баш табибы Әлиә Әҙиәтова тине.
Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар буйынса баш табип Әлиә Ғиззәт ҡыҙы Әҙиәтоваға, телефон: 8(34751) 3-20-20 һәм медицина буйынса баш табип урынбаҫары Илдар Ғимаҙи улы Хәсәновҡа, телефон: 8(34751)3-20-07 мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: