Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Февраль 2020, 16:36

Әрменең абруйы ҙур

2018 йылда уҡыуҙы уңышлы тамамлап, Артур Билалов контракт буйынса Мурманск өлкәһенә эшкә юллана. Унда ул ротала хәрби фельдшер булып эшләй.

Артур Айнур улы Билалов сығышы менән Баймаҡтан. 2014 йылда ҡаланың 2-се мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Санкт-Петербург хәрби-медицина академияһына юллана. Урындағы хәрби комиссариаттан йүнәлтмә лә ала. Был уҡыу йортона берҙәм дәүләт имтихандарында йыйған балл һәм физик әҙерлекте ҡарап алалар. Бала саҡтан белем алыуға етди ҡараған һәм төрлө спорт секцияларына йөрөгән егеткә был һынауҙар һис тә ауырлыҡ тыуҙырмай.
– Уҡыуҙың тәүге ике йылы әрме сафында хеҙмәт итеү тип һанала. Унан һөнәри белем бирә башлайҙар, – ти Артур.
2018 йылда уҡыуҙы уңышлы тамамлап, артур Билалов контракт буйынса Мурманск өлкәһенә эшкә юллана. Унда ул ротала хәрби фельдшер булып эшләй.
– Эшем оҡшай. Тап ошо уҡыу йортона инеп, дипломлы белгес булғаныма ҡыуанам. Хәрби медицина хеҙмәткәре булғаныма һис тә үкенмәйем. Киләсәктә ошо уҡ академияла табип һөнәрен үҙләштерергә уйлайым, – тип пландары менән дә уртаҡлашты Артур.
Тормошта үҙ урынын табып, маҡсаттарына ирешеп йәшәгән Баймаҡ егетенә тик уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: