Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Февраль 2020, 20:00

Ҡытайҙан посылка алырғамы?

Күпселек кеше Ҡытайҙан посылкалар алыуға күнегеп китте. Ысынлап та - арзан да, мәшәҡәте лә юҡ һымаҡ. Ә коронавирус шул посылкалар аша килеп етә аламы беҙгә? Ҡытайҙан кейем-һалым, әйбер һ.б. яҙҙырыусылар хәүеф аҫтындамы әллә юҡмы?

Ҡәҙерле редакция! Минең балаларым да, ейән-ейәнсәрҙәрем дә күп әйберҙе, хатта кейемде Ҡытайҙан яҙҙыртып ала. Ысынлап та арзан килеп сыға шул. Тик бынау коронавирус тигән үлемесле ауырыу килеп сыҡҡас, мин ҡурҡа башланым. Балалар тиҙҙән сираттағы заказын алырға тейеш. Шул посылка аша ауырыуҙы йоҡтороу ҡурҡынысы бармы?
Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, әлегә посылка аша коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлмәгән. Шулай ҙа бындай заказдарҙан баш тартып тороу хәйерлерәк булыр. Әгәр ҙә инде һеҙ ҡурҡмай посылка алырға уйлаһағыҙ, уларҙың ниндәй материалға һалыныуына иғтибар бирегеҙ. Пластик ҡапсыҡта булғанды дезинфекциялау саралары менән яҡшылап таҙартырға була. Ә бына сепрәк һәм башҡа төрлө бар матдәне һеңдереүсән туҡмымала килгән посылканы белгестәр шунда уҡ юҡ итергә кәңәш итә. Коронавирус 14 көн эсендә организмда үҫешә, үҙен бер нисек тә һиҙҙермәй. Һуңынан инде аяҡтан йыҡҡансы килтереп һуға. Коронавирус түбән һауа температураһынан да “ҡурҡмай”. Вирус бер нисә айға тиклем үлмәй йәшәй ала.
Читайте нас: