Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Февраль 2020, 11:45

Коронавирус. Ҡурҡыныс янаймы?

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында, Рәсәйҙең резерв фондынан 1,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. РФ Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сергей Краев ошо хаҡта белдергән. Был сумма 2019-nCoV коронавирусына ҡаршы эштәр алып барыу өсөн махсус аппараттар алыуға йүнәтлеләсәк.Шулай уҡ 17 ЭКМО аппараты һәм 507 юғары йышлыҡта үпкәләрҙе елләтеү аппараты алынасаҡ. Министрлыҡта урындарҙағы дауаханаларҙы кәрәкле ҡоролмалар менән тәьмин итергә иҫәп тотоуҙарын белдерәләр.Һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр халыҡта. Һаҡланыу сараларын үҙебеҙ ҙә күҙәтәйек.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында, Рәсәйҙең резерв фондынан 1,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. РФ Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сергей Краев ошо хаҡта белдергән. Был сумма 2019-nCoV коронавирусына ҡаршы эштәр алып барыу өсөн махсус аппараттар алыуға йүнәтлеләсәк.

Шулай уҡ 17 ЭКМО аппараты һәм 507 юғары йышлыҡта үпкәләрҙе елләтеү аппараты алынасаҡ. Министрлыҡта урындарҙағы дауаханаларҙы кәрәкле ҡоролмалар менән тәьмин итергә иҫәп тотоуҙарын белдерәләр.

Һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр халыҡта. Һаҡланыу сараларын үҙебеҙ ҙә күҙәтәйек.

Читайте нас: