Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Ғинуар 2020, 11:15

"Айыҡ ауыл" эстафетаһы - Беренсе Этҡолда!

“Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Йылым ауылынан старт алған скандинав атлау эстафетаһын районда һәр кем хуплап, ҡаршы алды. Ишбирҙе, Юлыҡ, Йомаш, Ярат, Ғүмәр ауылдары аша үтеп, бик күптәрҙе саф һауала ял итергә саҡырҙы. Кемдер беренсе тапҡыр ҡулдарына таяҡ алһа, кемдер иһә был тәңгәлдә тәжрибә туплап та өлгөргән.#национальныепроекты

Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Йылым ауылынан старт алған скандинав атлау эстафетаһын районда һәр кем хуплап, ҡаршы алды. Ишбирҙе, Юлыҡ, Йомаш, Ярат, Ғүмәр ауылдары аша үтеп, бик күптәрҙе саф һауала ял итергә саҡырҙы. Кемдер беренсе тапҡыр ҡулдарына таяҡ алһа, кемдер иһә был тәңгәлдә тәжрибә туплап та өлгөргән.

Кисә эстафета Таулыҡай ауыл биләмәһенә килеп етте: Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенән ҡабул итеп алдылар. Байрам сараһында Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Бөгөн эстафета Бикеш ауыл биләмәһенә тапшырыласаҡ. Скандинавсылар Ҡарғалыла осрашырға һүҙ ҡуйышҡан.

Читайте нас: