Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ғинуар 2020, 13:15

Ҡурҡыныс сир менән ауырыған ауырлы ҡатындар арта

Былтыр 356 бала ғүмерлек “бүләк” менән тыуған. Уларҙың 189-ы малай, 167-һе ҡыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар йылдан-йыл арта бара. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Уҙған йылда Башҡортостанда ауырлы 450 ҡатын-ҡыҙҙа ВИЧ табылған. Ошо хаҡта СПИД һәм инфекция ауырыуҙарын профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү буйынса республика үҙәге хәбәр итә. Былтыр 356 бала ғүмерлек “бүләк” менән тыуған. Уларҙың 189-ы малай, 167-һе ҡыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар йылдан-йыл арта бара.

СПИД һәм ВИЧ инфекция 1997 йылда ғына контролгә алынған. Шул дәүерҙән алып республикала 4561 бала: 2346 – малай һәм 2215 ҡыҙ тыуған! Ҡот осмалы һандар! Был үлемесле ауырыуҙы туҡтатыу бары тик үҙебеҙҙән тора.

Читайте нас: