-8 °С
Болотло
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Башҡортостан Республикаһында санитар авиацияны ҡайтанан тергеҙеү бурысы ҡуйылған. Быйыл вертолет майҙансығы Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге янында асылды. Киләсәктә ошондай урындар Нефтекама, Асҡын, Сибай, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Өфөлә барлыҡҡа килә.
Санитар авиация ярҙамында пациенттарҙы тиҙерәк баш ҡалаға килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Сибайҙан Өфөгә вертолетта 1 сәғәт 40 минутта осорға була. Машинаны менән килеүгә 5 сәғәттән ашыу ваҡыт китә.
https://bash.news/news/113301_kile_jylda_respublika_alalarynda_8_vertolet_majansyy_barlya_kil?lang=bash