Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Декабрь 2019, 19:10

"Ашығыс ярҙам"да эшләүселәргә ярҙам

Киләһе йылдан Өфө ҡалаһында эшләргә теләгән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте врачтарына фатир һатып алыу өсөн аҡсалата компенсация бирелә башлаясаҡ.

Киләһе йылдан Өфө ҡалаһында эшләргә теләгән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте врачтарына фатир һатып алыу өсөн аҡсалата компенсация бирелә башлаясаҡ.

Был түләүҙәргә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә тулы көнгә эшләгән врачтар һәм фельдшерҙар, шулай уҡ махсус медицина ярҙамы күрһәтеүселәр дәғүә итә ала. Улар дәүләт ҡарамағындағы дауаханалар менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән булырға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәре Ашығыс ярҙам”да кәмендә биш йыл эшләргә бурыслы. Врачтарға 500 мең түләнә. Улар хеҙмәт килешеүе төҙөгәндән һуң 100 мең һумды 36 айҙан, 150 мең һумды 48 айҙан, 250 мең һумды 60 ай ваҡыт үткәс алырға хоҡуҡлы буласаҡ.

Фельдшерҙарға 350 мең һум аҡсаны тәүҙә 100 мең һум, 48 айҙан һуң тағы ла 100 мең һум, 60 айҙан 150 мең һум аҡса биреләсәк.

Медицина хеҙмәткәре эштән киткән осраҡта компенсация алыу килешеүе өҙөләсәк.

Читайте нас: