Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Ноябрь 2019, 17:55

Төҙөлөш аҙағына яҡынлаша

Мәғлүм булыуынса, Семеновск ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, бер ай самаһы элек модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлағайны. Әле бында барлыҡ саралар ҙа аҙағына яҡынлашты.

Мәғлүм булыуынса, Семеновск ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, бер ай самаһы элек модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлағайны. Әле бында барлыҡ саралар ҙа аҙағына яҡынлашты.

Әйткәндәй, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Һыуыҡ һәм эҫе һыу, бәҙрәф тә ҡаралған. Инвалидтар өсөн дә махсус ҡоролмалар ҡуйылған. Проектҡа ярашлы, ФАП кәрәкле мебелдәр менән дә йыһазландырыласаҡ.

Бөгөн бында һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара. Яҡын арала ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был Семеновск ауылы халҡы өсөн ҙур Яңы йыл бүләге буласаҡ.

Читайте нас: