Һаҡмар
0 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Октября 2019, 05:16
Баймаҡта ФАП-тар төҙөлә
Райондың ҡайһы бер ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү проблемаһы күптән күтәрелә килә. Уның асылы бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡтарҙа ныҡ һиҙелә. Шарттар булмағанлыҡтан, ул биналарҙа һауа температураһы ныҡ түбәнәйә.
Йыл аҙағына тиклем Семеновск һәм Ишбирҙе ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү ҡарала. Ошо арала уның тәүгеһендә эштәр башланасаҡ та инде. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһынан алған мәғлүмәт буйынса, яңы объекттар тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Йәғни, уларҙа бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ һәм ҡуйылған талаптарға яуап бирәсәк.
Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, районда тағы ла ике: Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү күҙаллана.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"