Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Август 2019, 17:38

Талпандар һөжүм итә

Етәкселәрҙең оператив кәңәшмәһендә үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Адиятова кешеләргә талпан һөжүм итеү осраҡтары йышайыуына борсолоуын белдерҙе. Үткән аҙнала ғына ике балаға талпан ҡаҙалып, уларға тейешле ярҙам күрһәтелгән.


Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда, ағастар араһында йөрөгәндә тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейегеҙ. Мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш. шулай уҡ күптәр, талпан ағастан ғына һикерә, тип уйлап яңылыша. Улар үләндә лә күп була һәм аяҡтан өҫкә үрмәләй. шуға күрә резина итек кейергә, салбар балаҡтарын ойоҡбашҡа ҡыҫтырырға кәрәк. Һәр сәғәт һайын тәнде тикшереп тороғоҙ, урмандан ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығығыҙ. Талпандың ҙурлығы 2-3 мм булып, ә инде ҡан эсеп туйһа, ул 10-15 миллиметрға етә. Ул тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә кейемгә йәбешә һәм, ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Тәбиғәткә сыҡҡанда талпандан һаҡлаусы кремдар, спрейҙарҙы ҡулланыу файҙалы. Ә инде ҡаҙалһа, уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ. Әлбиттә, бик һаҡ эш итегеҙ – ул өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Башта май, вазелин, бензин йәки кәрәсин һөртөгөҙ – бөжәк тонсоға башлай һәм үҙенән-үҙе килеп сыға. Уны алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ. Зарарланған осраҡта кешегә иммуноглобулин менән ашығыс профилактика үткәрелә. Уны үткәреү ваҡыты – өс көн.

Хәҙерге ваҡытта талпандар хатта ишек алдында ла осрай. шуға күрә балалар тыштан уйнап ингәндән һуң уларҙың тәнен тулыһынса ҡарап сығырға онотмағыҙ.

Гүзәл Салихова.
Читайте нас: